ВӘЛИЕВ Самат Фәттәх улы
1099
ВӘЛИЕВ Самат Фәттәх улы [3.12. 1904, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Өлкөндө а. (БР‑ҙың Дыуан р‑ны) — 15.10.1986, Өфө], дәүләт эшмәкәре. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Мәскәү сәнәғәт‑иҡт. ғәмәли ин‑тын тамамлағандан һуң (1930) БАССР Финанс ХК‑нда эшләй (1932 й. алып бүлек нач.). 1938 й. алып БАССР Дәүләт планының финанстар һәм тауар әйләнеше секторы нач., 1945 й. — БАССР финанс министры урынбаҫары, бер үк ваҡытта бюджет бүлеге нач., 1948 — 71 йй. БАССР финанс министры. БАССР ЮС‑ының 4—6‑сы саҡырылыш депутаты. Ленин (1959, 1966), “Почёт Билдәһе” (1949) орд. м‑н бүләкләнгән.
Д.Ғ.Күскилдин
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Энциклопедиялар: