ВӘЛИЕВ Шамил Зөфәр улы
ВӘЛИЕВ Шамил Зөфәр улы (26.2.1951, Өфө ҡ. — 19.11.2020, шунда уҡ), иҡтисадсы. Иҡтисад фәндәре докторы (2003), профессор (2005). БР‑ҙың атҡаҙанған хеҙмәтләндереү тармағы хеҙмәткәре (2001), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2006). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1973) “Союз” Өфө машиналар эшләү конструкторҙар бюроһында, 1975—81 йй. һәм 1985 й. алып (өлкән ғилми хеҙмәткәр) ӨАИ‑ла эшләй. 1987 й. башлап ӨДНТУ‑ның Иҡтисад һәм сервис институтында: 1990 й. алып уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса проректор, бер үк ваҡытта 1995 й. — инженерлыҡ графикаһы кафедраһы мөдире; 2003 й. — 1‑се проректор, 2008 й. — мәғариф сәйәсәте буйынса проректор, 2013 й. — стратегик үҫеш идаралығы начальнигы, бер үк ваҡытта 2008 й. башлап төбәк иҡтисады һәм идара итеү кафедраһы мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге баҙар шарттарында иҡтисад һәм профессиональ белем биреү учреждениелары эше проблемаларына бәйле.
Хеҙм.: Рынок образовательных услуг: теоретические аспекты. Уфа, 2008 (авторҙ.); Образовательная услуга — основа формирования финансового портфеля негосударственного вуза. Уфа, 2008 (авторҙ.).
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина