Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БЮДЖЕТТАН ТЫШ ФОНДТАР

Просмотров: 1076

БЮДЖЕТТАН ТЫШ ФОНДТАР, бюджеттан тыш булдырылған һәм маҡсатлы тәғәйенләнешле аҡса фондтары. Дәүләттең финанс системаһыныңбер өлөшө. Дәүләт власы йәки урындағы үҙидара органдары ҡарары б‑са закон м‑н билдәләнгән түләүҙәр, юридик һәм физик шәхестәрҙең ирекле түләмдәре һ.б. иҫәбенә граждандарҙың һәм дөйөм йәмғиәттең соц., иҡт. һәм башҡа мәнфәғәттәрен тәьмин итеү маҡсатында булдырыла (ҡара: Махсус фондтар). Маҡсатлы тәғәйенләнеше (соц., иҡт.), идара итеү кимәле (федераль, төбәк, муниц.), эшләү ваҡыты һ.б. б‑са классификациялана. РФ‑тың финанс системаһында 90‑сы йй. башынан формалаша. Башҡортостанда БР‑ҙың Ауылға ярҙам фонды (1992 й. төҙөлә, 2001 й. бөтөрөлә), БР‑ҙың Халыҡҡа көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү үҫеше фонды (1992—98), БР‑ҙың Юл фонды (1993—2001), Респ. амортизация фонды (1993—2001), БР‑ҙың Тәбиғәтте һаҡлау фонды (1995 й. алып БР‑ҙың Экология фонды; 1993—2001), БР‑ҙың Минераль-сеймал базаһын тергеҙеү фонды (1993—98), БР‑ҙың Энергосистема үҫеше инвестиция фонды (1992—98), БР‑ҙың Торлаҡ-коммуналь хужалығы үҫеше фонды (1992—2001), БР‑ҙың Фән һәм технологик үҫеш фонды (1993—2001), БР‑ҙың Матди ресурстар һәм төбәк-ара бәйләнештәр министрлығы фонды (1993—98), БР‑ҙың “Газ‑Сервис” АЙ тотороҡлолоғо һәм үҫеше берҙәм фонды (1993—98) һ.б. ойошторола. 2000 й. ҡарата Б.т.ф. тейешле кимәлдәге бюджеттарҙа тупланған. Респ. БР‑ҙың Респ. мотлаҡ мед. страховкалауы фонды, РФ Пенсия фондының БР б‑са бүлексәһе, РФ Соц. страховкалау фондының БР б‑са төбәк бүлексәһе эшләй.

И.А.Тажетдинов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: