Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺАУА ТРАНСПОРТЫ

Просмотров: 1410

ҺАУА ТРАНСПОРТЫ, һауа юлдары буйлап пассажирҙар, почта һәм йөк ташыған транспорт төрө. Авиапредприятиелар (һауа суднолары паркы булған), аэропорттарҙан, ш. уҡ кадрҙар әҙерләү һәм яңынан әҙерләү, авиация техникаһын техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау м‑н шөғөлләнгән учреждение, ойошма һәм пр‑тиелар селтәренән тора.

Башҡортостанда граждандар авиацияһының транспорт пр‑тиелары бар. Респ. Һ.т. 20 б. 20‑се йй. Һауа флоты дуҫтары йәмғиәтенең Башҡ‑н бүлеге ойошторолоуға (ҡара: Рәсәй ар­мияһына, авиацияһына һәм флотына булышлыҡ итеү ирекле йәмғиәте) бәйле үҫешә. 1924 й. хеҙмәтсәндәр аҡсаһына беренсе “Фарман‑30” самолёты һатып алына; Глумилин а. м‑н Көнсығыш биҫтә араһында аэродром төҙөлә. Был осорҙа осоштар башлыса агитация маҡсатында һәм почта ташыу өсөн үткәрелә (1924 й. 500‑ҙән ашыу дана гәзит, хат һәм плакат ташылған). 1933 й. Өфөлә а.х. авиацияһы отряды ойошторола (ҡара: “Башҡортостан авиалиниялары”). Авиаотряд ҡарамағында ауыл хужалығы сәсеүлектәрен эшкәртеү һәм почта ташыу өсөн файҙаланылған 4 самолёт була. Шул уҡ йылда Өфө—Стәрлетамаҡ—Мәләүез— Мораҡ—Баймаҡ—Магнитогорск—Белорет—Өфө маршруты б‑са оҙонлоғо 730 км ашыу булған тәүге һауа линияһы асыла. 1935 й. ҡарата урындағы һауа линияларының оҙонлоғо 2175 км тәшкил итә. Осоштар 4 авиалиния б‑са (көньяҡ, төньяҡ, көнсығыш һәм көньяҡ‑көнсығыш йүнәлештәрҙә) башҡарыла; Магнитогорск ҡ. һәм Яңауыл эшселәр ҡасабаһы аэропорттары аша союз әһәмиәтендәге линиялар үтә. 40‑cы йй. башында аэропорт Я‑6, АП, П‑5, Сталь‑2, У‑2, С‑2 тибындағы cамолёттар м‑н йыһазландырыла. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында авиаотряд эшмәкәрлеге туҡтатылмай, 5 меңгә яҡын пассажир, 70 т ашыу почта һәм йөк, ш. иҫ. фронт эргәһе райондарына, ташыла. 50‑се йй. Башҡортостанда Һ.т. үҫеше темпы көсәйә. Ан‑2, Як‑12, Ли‑2 самолёттары, Ми‑1, Ми‑4 вертолёттары файҙаланыла башлай. 50‑се йй. аҙ. Һ.т. Өфөнө 60‑тан ашыу ҡала, ш. иҫ. Белорет, Нефтекама, Октябрьский, Сибай һәм Стәрлетамаҡ ҡҡ., м‑н бәйләй; Куйбышев, Минеральные Воды, Мәскәү, Новосибирск, Свердловск, Сочи, Ташкент һ.б. ҡалаларға рейстар асыла. 1930—90 йй. Белорет, Нефтекама, Октябрьский, Сибай ҡҡ. аэровокзалдар төҙөлә (ҡара: Вокзалдар), 1962 й. Өфөлә яңы аэропорт эшләй башлай. 60‑сы йй. башынан урындағы һауа линияларында осоштар грунт аэродромдарға ултыра алған Ан‑24 самолёттары м‑н башҡарыла. 60‑сы йй. аҙ. алып Ту‑124, Ту‑134, 70‑се йй. уртаһынан Ту‑154 реактив самолёттары файҙаланыла. 80‑се йй. аҙ. алып БР‑ҙа халыҡ‑ара рейстар асыла. Пассажирҙар, йөктәр һәм почта ебәреү “Өфө” халыҡ‑ара аэропорты ААЙ тарафынан башҡарыла (ҡара: табл.); авиацион‑химик, авария һәм эҙләү‑ҡотҡарыу эштәре, нефть, газ һәм продукт үткәргестәрҙе патрулләү «“Өфө авиалиниялары” авиация компанияһы» ЯАЙ‑ы тарафынан алып барыла, осош хәүефһеҙлеген “Башаэронавигация” ДУП‑ы тәьмин итә.

Н.Ғ.Ризуанов, В.Е.Текферд

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: