Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БУҪТЫБАЙ

Просмотров: 704

БУҪТЫБАЙ, Ишбирҙе, Күгәрсен р‑нындағы ауыл, Нуҡай а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К. 28 км һәм Мәләүез т. юл ст. К.‑Көнс. табан 97 км алыҫлыҡта Энәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 509 кеше; 1920 — 460; 1939 — 177; 1959 — 176; 1989 — 106; 2002 — 110; 2010 — 83 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Нуғай даруғаһы Ҡара‑Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсенең (уның улдары Әлембай һәм Теүәлбай Буҫтыбаевтар билдәле) исеме м‑н аталған. 1795 й. 15 йортта 110 кеше йәшәгән, 1866 й. 55 йортта — 237 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1900 й. ш. уҡ 2 һыу тирмәне теркәлгән. Ә.Д.Ейәнсурин ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019