Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВӘХИТОВ Шәүәли Мөхәмәт улы

Просмотров: 1290

ВӘХИТОВ Шәүәли Мөхәмәт улы [15.12.1932, БАССР‑ҙың Мәләүез районы Ялсыҡай а. (БР‑ҙың Көйөргәҙе районы) — 20.12.2020, шунда уҡ], Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). БАССР‑ҙың атҡаҙанған малсыһы (1973). 1947—94 йй. Көйөргәҙе районының “Таймаҫ” совхозында эшләй: 1962 й. алып һауынсы, машина менән һауыу операторы, 1987—92 йй. һауын һыйыр көтөүе бригадиры. 1962—79 йй. һәр һыйырҙан — 5000 кг тиклем, 1980—87 йй. 6432 кг тиклем һөт алған. БАССР ЮС‑ының 6‑сы, 8—11‑се саҡырылыш депутаты. Ленин (1966, 1973), Октябрь Революцияһы (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1983), Халыҡтар дуҫлығы (1980) ордендары менән бүләкләнгән. Тыуған ауылында В. исеме менән урам аталған, Көйөргәҙе районы хакимиәте уның исемендәге премия булдырған.

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Д.Ғ.Күскилдин
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 21.10.2021