Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺӨРӨҮ

Просмотров: 1491

ҺӨРӨҮ, ер эшкәртеү ысулы. Ҡатламды ҡырҡыу, ваҡлау, йомшартыу һәм әйләндереүҙе тәьмин итә. Тупраҡтың һыу, һауа, йылылыҡ режимдарын көйләүгә, ҡый үләндәрен, а.х. культуралары ҡоротҡостарын һәм ауырыу тыуҙырыусыларҙы бөтөрөүгә һ.б. булышлыҡ итә. Төрлө формалағы кәҫтаҡталы, алтөрәнле (тупраҡтың өҫкө ҡатламын эшкәртеү өсөн) һәм алтөрәнһеҙ (тиҙ йөрөшлө һабандарҙа) һабандар ярҙамында башҡарыла. Төрҙәре: культуралы Һ. — алтөрәне һәм культуралы кәҫтаҡтаһы булған һабандар м‑н баҫыу һәм йәшелсә культуралары өсөн эшләнә; ҡатлам әйләнеше (180°‑ҡа) — винтлы һәм ҡатлам күтәреү — ярым винтлы кәҫтаҡтаһы булған һабандар ярҙамында башҡарыла, баҫыуҙы күп йыллыҡ үләндәр һәм сиҙәмдән һуң Һ. өсөн ҡулланыла; плантажлап Һ. — плантаж һабандары м‑н емеш һәм урман культуралары өсөн эшләнә; яруслап Һ. (ҡатламлап Һ.) — горизонталдәр б‑са 0—15, 15—30 һәм 30—45 см тәрәнлеккә яруслы һабандар ярҙамында аҫтараҡ ятҡан кәҫле көлһыу һ.б. йоҡа ҡатламлы тупраҡтарҙы өҫкә сығарып һәм сығармайынса күбеһенсә техник, емеш һәм урман культуралары өсөн башҡарыла. Һай (20 см аҙыраҡ тәрәнлеккә), нормаль (20—22), тәрән (23—40), плантажлап (40 см тәрәнерәк) Һ. айырыла. Һ. төрө һәм тәрәнлеге — тупраҡтың серетмә ҡатламының ҡалынлығы, а.х. культураларының биол. үҙенсәлектәре, ҡый үләндәренең төр составы һ.б. м‑н, ваҡыты тупраҡ‑климат шарттары һәм а.х. культураларын үҫтереү технологияһының үҙенсәлектәре м‑н билдәләнә. Яҙғы культуралар өсөн Һ. оптималь ваҡыты — йәй аҙағы — көҙ башы, йәғни элгәрҙәренең уңышын урып‑йыйғандан һуң. Һ. ер эшкәртеүҙең универсаль ысулы булып тора, әммә башлыса аралыҡлы культуралар өсөн ҡулланыла. Серетмә горизонты ҡалын булған ауыр ҡомло балсыҡлы ҡара тупраҡты даими тәрән Һ. тупраҡтың агрофизик үҙенсәлектәре яҡшырыуын, аралыҡлы культураларҙың һәм күп йыллыҡ үләндәрҙең уңышы артыуын тәьмин итә. БР‑ҙың далалы а.х. зоналарындағы сәсеү әйләнештәрендә Һ. тупраҡты кәҫен әйләндермәй эшкәртеү м‑н сиратлаштырыла. Аграр университетта һәм Ауыл хужалығы институтында респ. шарттарында Һ. төрлө тәрәнлектәге, әйләнмәле һабанлы, алдан йомшартып һ.б. төрҙәрен ҡулланыу үҙенсәлектәре өйрәнелә (Н.Р.Бәхтизин, Г.Н.Лысак, М.Ғ.Сираев, Г.С.Смородин, С.Н.Тайсинов, М.М.Хәмиҙуллин, Х.К.Хәсәнов һ.б.).

Әҙәб.: С и р а е в М.Г. Обработка чернозёмов: теория, практика, люди. Уфа, 2006.

М.Ғ.Сираев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 08.08.2023