Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВӘЛИЕВ Марат Дәүләт улы

Просмотров: 1848

ВӘЛИЕВ Марат Дәүләт улы (5.9.1943, Өфө ҡ.), инженер‑механик. Техник фәндәр докторы (1991), профессор (1995). РФ‑тың (1994) һәм БАССР‑ҙың (1989) атҡаҙанған уйлап табыусыһы, СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1988). ӨНИ‑не тамамлаған (1965). 1966 й. алып “Востокнефтепроводстрой” тресында, 1969—71 йй. һәм 1974 й. башлап Бөтә Союз нефтте һәм нефть продукттарын йыйыу, әҙерләү һәм күсереү ҒТИ‑нда (өлкән ғилми хеҙмәткәр) эшләй. 1985—90 йй. Башҡортостан нефть ғилми-тикшеренеү һәм проект институтының сектор, лаборатория мөдире, 1994 й. алып һәм 2000 й. — директор урынбаҫары, 1998—2000 йй. директоры. 1992 й. башлап “ЛУКойл—Урал” АЙ‑ның генераль директор урынбаҫары, 1993—94 йй. “Уралнефтегаз” АЙ‑ның генераль директоры, 2003 й. алып “КогалымНИПИнефть” ЯСЙ‑ның Өфө ғилми бүлексәһе начальнигы, 2009 й. — “ОЗНА‑Менеджмент” ЯСЙ‑ның фәнни‑техник мәсьәләләр буйынса генераль директор советнигы, 2014 й. башлап “ВМ Система” ҒПП ЯСЙ‑ның техник директоры (бөтәһе лә — Өфө ҡ.). Фәнни эшмәкәрлеге ауыр юғары ҡуйылыҡтағы һәм һыу ҡатыш нефтте сығарыу, йыйыу, ташыу техникаһын һәм технологияһын камиллаштырыуға арналған. В. тарафынан нефть һаҡламдарын сығарыуы ауыр булған ятҡылыҡтар өсөн ҡорамалдар проектлау нигеҙҙәре, сығарылған нефттең ҡуйылығын һәм нефть скважиналарының дебитын үлсәү өсөн техник саралар (аттестацияланған һәм Дәүләт реестрына индерелгән) эшләнә.

  Х е ҙ м.: Добыча высоковязкой нефти на месторождениях Башкирии. М., 1985; Глубиннонасосная добыча вязкой нефти. Уфа, 1992 (авторҙ.); Теория и практика насосной добычи высоковязкой нефти из обводнённых скважин. М., 2018 (авторҙ.).

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 27.12.2022
Связанные темы рубрикатора: