Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠЫРСЫНТАШЛЫҠ, тау тоҡомо

Просмотров: 1168

ҠЫРСЫНТАШЛЫҠ, эре киҫәкле кәүшәк ултырма тау тоҡомо. Аралары ҡомло йәки ҡомло‑ҡырсынлы материал менән тулған ҡырсынташтарҙан тора. Составы буйынса моно‑ (бер төрлө ҡырсынташтан), олиго‑ (2—3 төрлө ҡырсынташтан) һәм полимикт (төрлө составлы ҡырсынташтан); ҡырсынташтарҙың үлсәменә бәйле эре (100—50 мм), уртаса (50—25 мм) һәм ваҡ (25—10 мм) Ҡ. айырыла. Цементланған Ҡ. конгломерат тип атала. Ҡ. юл төҙөлөшөндә файҙаланыла. Башҡортостанда Ҡ. йылға үҙәндәренең аллювиаль ҡатламдарында, Башҡортостандың Урал алды һәм Башҡортостандың Урал аръяғының ҡатмаған юра, аҡбур, палеоген һәм неоген ултырма ҡатламдарында үҫешкән.

  Әҙәб.: Р у х и н Л.Б. Основы литологии: учение об осадочных породах. Л., 1961.

А.А.Алексеев

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 10.11.2022