Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БИҘГӘКСӘН

Просмотров: 656

БИҘГӘКСӘН, биҙгәк үләне (Thalictrum), лютик һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 120 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә, Көньяҡ Африка тауҙарында һәм Көньяҡ Америка тропиктарында таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә: кескәй Б., һары Б., һаҫыҡ Б., ябай Б. Күп йыллыҡ үлән. Һабағы тармаҡлы, 50—150 см бейеклектә. Япрағы ябай, ике, өс, дүрт тапҡыр ишле ҡауырһын бүлемле, һаплы. Сәскәһе ваҡ, һепертке сәскәлегенә йыйылған, һарғылт йәшел ябай сәскә эргәлеге бар. Июнь— июлдә сәскә ата. Емеше күп сәтләүекле, июль— авг. өлгөрә. Кескәй Б. һәм ябай Б. урман ситендә, аҡланда, ҡыуаҡлыҡ араһында үҫә, һары Б. — дымлы урында, реликт һаҫыҡ Б. — ҡырсынташлы битләүҙә, ҡаяла. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының иң бейек тауҙарынан башҡа, респ. бөтә терр‑яһында таралған. Буяу, декоратив һәм дарыу үҫемлектәре.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019