Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠОЛОНҒОЙРОҠ

Просмотров: 753

ҠОЛОНҒОЙРОҠ (Calamagrostis), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 200 төрө билдәле, ике ярымшарҙың да башлыса субарктик, уртаса һәм субтропик бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 9 төрө үҫә. Күп йыллыҡ тамырһабаҡлы үлән. Һабағы төҙ, 40—150 см бейеклектә. Япрағы эре, ҡыяҡлы, яҫы, ситтәре киртләсле. Сәскәһе йәйенке йәки ҡыҫынҡы һеперткеләргә йыйылған бер сәскәле башаҡтарҙа. Июнь— июлдә сәскә ата. Емеше — бөртөксә, июль—августа өлгөрә. Урман Ҡ. — урмандарҙа һәм ҡырҡылған урмандарҙа, ер өҫтө Ҡ. далаға әйләнгән болондарҙа һәм урман ситтәрендә осрай; республиканың бөтә территорияһында тиерлек таралған. Тупаҡ тәңкәле Ҡ. япраҡлы‑ҡара ылыҫлы урмандарҙа осрай; урал Ҡ. гибрид генлы төрө — тау тундраһында; сал Ҡ., һиҙелмәҫ Ҡ., ҡуйы ҡыҙыл Ҡ., Лангсдорф Ҡ. һәм ҡамышлы Ҡ. һаҙлыҡтарҙа, һаҙлы урмандарҙа, әрәмәләрҙә һәм һыу буйында үҫә; һирәкләп бөтә Башҡортостанда осрай. Мал аҙығы үҫемлектәре.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.01.2023
Связанные статьи: