Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БИКБОВ Сәрүәй Шәйбәк улы

Просмотров: 1087

БИКБОВ Сәрүәй Шәйбәк улы [26.10.1908, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Иҫке Бикмәт а. (БР‑ҙың Борай р‑ны) — 5.2.1990, Өфө], совет партия‑дәүләт эшмәкәре. С.М.Киров ис. Әзербайжан нефть сәнәғәте акад. тамамлаған (Баҡы, 1939). 1925 й. алып комсомол һәм профсоюз эшендә: ВЛКСМ‑дың Бөрө кантон ком‑ты бүлеге мөдире, секретары, ВЛКСМ‑дың Башҡ‑н өлкә ком‑ты, БАССР Профсоюздары өлкә советы бүлеге мөдире. 1941—42 йй. һәм 1945 й. башлап КПСС‑тың өлкә ком‑ты секретары урынбаҫары, бүлек мөдире, 1953 й. — секретары, 1942—45 йй. ВКП(б)‑ның Ишембай ҡала ком‑ты 1‑се секретары. 1956—72 йй. БАССР Профсоюздары өлкә советы рәйесе. Социалистик ярыш ойоштороуҙа һәм үҫтереүҙә профессиональ союздарҙың ролен күтәреүгә өлөш индерә. БАССР ЮС‑ының 2—8‑се саҡырылыш депутаты. Ленин (1948), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), “Почёт Билдәһе” (1944, 1945, 1967) орд. м‑н бүләкләнгән.

З.Ғ.Исмәғилева

Тәрж. Т.С.Дәүләтбирҙина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: