Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АКСАКОВ ХАЛЫҠ ЙОРТО

Просмотров: 1188

АКСАКОВ ХАЛЫҠ ЙОРТО, 20 б. башы тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы. Өфөлә урынлашҡан (Ленин урамы, 5а). А.х.й. С.Т.Аксаковтың вафатына 50 йыл тулыу айҡанлы төҙөргә ҡарар ителә. Ул мәғрифәт һәм сәнғәт үҙәге булараҡ нигеҙләнә: 1200 урынлыҡ театр һәм 600 урынлыҡ аудитория, халыҡ өсөн бушлай китапхана-уҡыу бүлмәһе, Өфө төбәге музейы, картина галереяһы ойоштороу ҡарала. 1908 й. 20 окт. Өфө дворяндар һәм земство вәкилдәре үтенесе м‑н губ‑р А.Степ. Ключарёв етәкс. А.х.й. төҙөү б‑са комитет ойошторола. Бинаны бөтә Рәсәй империяһынан йыйылған ирекле иғәнәләр иҫәбенә һалырға ҡарар ителә. Империя архитекторҙары йәмғиәте проекттарға конкурс үткәрә, иң яҡшы өсәүһе премияға лайыҡ була, тик береһе лә ҡабул ителмәй. Һуңғы проектты архитектор П.П.Рудавский Ключарёвтың һүрәттәре һәм һыҙмалары б‑са төҙөй. Уны тормошҡа ашырыу инженер К.А.Гуськовҡа тапшырыла. 1909 й. 14 сент. нигеҙ һалыу тантанаһы була.

1914 й. бинаның төҙөлгән өлөшөндә Аксаков ис. китапхана, ә Беренсе донъя һуғышы йылдарында бинала хәрби госпиталь урынлаша. Бина 1928—35 йй. һалынып бөтә (арх. Б.И.Бай). Уның Көнбайыш Европа һәм Көнсығыш архитектураһы стилдәрен — Ренессанс (Ленин урамы яғы) һәм мавритан стиленә тартым Көнсығыш Азия (Пушкин урамы яғы) мотивтарын ҡулланып төҙөлгән ике төп фасады бар. Тәүге проектта бина биҙәлеше байыраҡ була, әммә, төҙөлөш оҙаҡҡа һуҙылыу сәбәпле, ул ябайлаштырыла: ҡыйығында парапет бағаналар, фасадтағы уйымдарҙа скульптуралар булмай (1993 й. З.Р.Басиров ижад иткән скульптуралар ҡуйыла). Ябайлаштырылған декор 1985—87 йй. реставрациялағанда ла ҡалдырыла. Бинаны реконструкциялау барышында хәҙ. сәхнә эшләнә, уның майҙаны 2 тапҡырға тиерлек ҙурайтыла, бәләкәй зал, репетициялар, грим бүлмәләре төҙөлә, подвал гардероб өсөн үҙгәртеп ҡорола. Интерьерҙарҙы проектлауҙы арх. М.П.Мазин һәм Ю.А.Пацков башҡара.

1918 й. А.х.й. “Хеҙмәт һәм Сәнғәт һарайы” исеме бирелә. 1922—65 йй. унда Башҡорт драма театры, бер үк ваҡытта 1932—76 йй. Ҡурсаҡ театры, 1938 й. алып Опера һәм балет театры урынлаша.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019