Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АКСАКОВ Сергей Тимофеевич

Просмотров: 2902

АКСАКОВ Сергей Тимофеевич (20.9.1791, Өфө — 30.4.1859, Мәскәү, Новодевичье зыяратында ерләнгән), урыҫ яҙыусыһы. Бала сағы Өфөлә һәм Ырымбур губ. Боғорослан өйәҙендә нәҫелдән нәҫелгә күсә килгән Яңы Аксаков имениеһында (Ырымбур өлк. Боғорослан р‑ны Аксаков а.) үтә. Ҡазан ун‑тында уҡый (1805—07). 1808 й. С.‑Петербургҡа күсә, унда Закондар эшләү комиссияһында һәм Дәүләт килемдәре экспедицияһында хеҙмәт итә. 1811 й. алып Мәскәүҙә, 1816—20 йй. Яңы Аксаковта, 1821—26 йй. Бәләбәй өйәҙе Надеждино а. (Бәләбәй р‑ны) йәшәй. 1827 й. башлап Мәскәү цензура кабинеты цензоры; 1833 й. алып Константин ер үлсәү уч‑щеһы (Мәскәү) инспекторы, 1835 й. Межа ин‑тына үҙгәртелгәндән һуң, уның тәүге дир. (1839 й. тиклем). 1843 й. алып Мәскәү эргәһендәге Абрамцев имениеһында (Сергиев Посад ҡ. янында; 1919 й. башлап А. шәхси кабинеты, Аксаковтар ғаиләһе тормошо хаҡында материалдары булған йорт-музей, хәҙ. музей-ҡурсаулыҡ) йәшәй. 19 б. 20‑се йй. аҙ. А. йорто Мәскәүҙең әҙәби тормошо үҙәге була, унда “Аксаков шәмбеләре” уҙғарыла. А. әҙәби эшмәкәрлек м‑н шөғөлләнә, классицизм традицияларында шиғырҙар ижад итә. Уның әҫәрҙәренә мемуар теүәллек, көнкүреште тәнҡитле һүрәтләү, хикәйәләүҙең ябайлығы һәм тәбиғилеге хас. Яҙыусының ҡабатланмаҫ стилен билдәләгән “Буран” (1834) очеркы А. 30‑сы йй. әҙәби ижады өсөн ҙур ваҡиға була. Очерк артабанғы “Балыҡ ҡармаҡлау хаҡында яҙмалар” (“Записки об уженье”; 1847), “Ырымбур губернаһының мылтыҡлы һунарсыһы яҙмалары” (“Записки ружейного охотника Оренбургской губернии”; 1852), “Төрлө һунарҙар хаҡында һунарсы хикәйәләре һәм хәтирәләре” (“Рассказы и воспоминания охотника о разных охотах”; 1855) һ.б. тәбиғәт т‑дағы әҫәрҙәрҙең прологы булып тора. А. мираҫында төп урынды “Ғаилә йылъяҙмаһы” (“Семейная хроника”; 1856) һәм “Багров ейәненең балалыҡ йылдары” (“Детские годы Багрова-внука”, 1858; Н.Иҙелбай, Я.Найманов, Ф.Рамаҙанованың тәрж. 1959) автобиографик повестары биләй, унда автор, Багровтар ғаиләһенең өс быуыны тарихына таянып, 18 б. аҙ. алпауыттар көнкүрешенең киң панорамаһын тергеҙә, крепостной тәртиптең боҙоҡлоғон күрһәтә. Уның әҫәрҙәренең теле йәнле һөйләү телмәренең сағыулығы, ябайлығы һәм тасуирилығы м‑н айырылып тора. А. ысынбарлыҡты уның матдилығында, ғәҙәтилегендә сағылдыра. Был әҫ., ш. уҡ “Иҫтәлектәр” (“Воспоминания”; 1856) мемуарҙарында, “Бына ошо минең тыуған илем!” (“Вот родина моя!..”), “Ауылға хат” (“Послание в деревню”) һ.б. шиғырҙарында А. Башҡортостандың матур һәм йомарт тәбиғәтен данлай, халҡының ауыр тормошон, башҡ. ерҙәренең таланыуын, урмандарҙың ҡырылыуын дөрөҫ итеп сағылдыра. А. “Аленький цветочек” (1858) әкиәтен Г.М.Яҡупова башҡ. теленә тәржемә итә (“Ал сәскә”, 1992). А. иҫтәлегенә Өфөлә Аксаков халыҡ йорто төҙөлгән, С.Т.Аксаков йорт-музейы асылған (ҡара: Аксаков музейы). А. исеме Өфөнөң иң иҫке ҡала баҡсаларының береһенә (ҡара: Аксаков С.Т. исемендәге баҡса), Аксаков С.Т. исемендәге шифаханаға, Өфө, Стәрлетамаҡ, Белорет, Күмертау, Мәләүез, Октябрьский ҡҡ. һәм респ. башҡа торама пункттарындағы урамдарға, Меркурий планетаһындағы кратерға бирелгән. Өфөлә һәм БР‑ҙың Бәләбәй р‑ны Надеждино а. А. һәйкәлдәр ҡуйылған. Уның исемендәге премия, Аксаков фонды булдырылған. 1991 й. алып Халыҡ-ара Аксаков байрамы ойошторола. 1991 й. ЮНЕСКО тарафынан А. йылы тип иғлан ителә.

Х е ҙ м.: Собрание сочинений: в 4 т. М., 1955—1956.

Әҙәб.: Ч в а н о в М.А. Аксаковские места в Башкирии. Уфа, 1976; ш у л у ҡ. Корни и крона. Я был в Аксакове... Уфа, 1991; Г у д к о в Г.Ф., Г у д к о в а З.И. С.Т.Аксаков. Семья и окружение: краевед. очерки. Уфа, 1991.

Г.О.Иванова

Р.М.Шәрипова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 20.02.2020