Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АКВАРЕЛЬ

Просмотров: 1517

АКВАРЕЛЬ (фр. aguarelle) һыу ҡушып шыйығайтылған буяуҙар, ш. уҡ ошо буяуҙар м‑н төшөрөлгән рәсем. А. төп сифаты — буяу ҡатламы аша ерлектең (ҡағыҙ, һирәгерәк — ебәк, фил һөйәге) тоны һәм фактураһының үтәнән-үтә күренеүсәнлеге. А. живопись (тон байлығы, төҫ м‑н форма һәм киңлек перспективаһын булдырыу) һәм графика (ҡағыҙҙың әүҙем роле) үҙенсәлектәрен берләштерә. А. үҙгәлекле алымдары — йыуып төшөрөү, сәсрәтеү, лессировкалау (буяуҙы үтә күренмәле итеп һөртөү), еүеш ҡағыҙҙа эшләү. Башҡортостанда тәүге А. эштәре 20 б. башында барлыҡҡа килә. 1910‑сы йй. уртаһынан А. Өфө сәнғәт түңәрәге күргәҙмәләрендә һиҙелерлек урын ала, уның даими экспоненттары булып М.Н.Елгаштина һәм Ҡ.С.Дәүләткилдеев тора. Елгаштинаның традицион алымдар м‑н башҡарылған А. төҫтәр асыҡлығы һәм композицион бөтөнлөгө м‑н айырыла. Дәүләткилдеев ижадында тәүге тапҡыр милли образдар, башҡорттарҙың көнкүрешен һәм йолаларын сағылдырып, А. тарихында өр-яңы бит аса: “Башҡорт йорто тупһаһы”, “Башҡорт ҡыҙы” (икеһе лә — 1928 й.). Рәссамдың әҫәрҙәрендә А. хас график сифаттар һаҡланып, бер үк ваҡытта был техниканың һынлы сәнғәт мөмкинлектәре лә файҙаланыла. В.С.Сыромятников та үҙенең эскиздарында А. техникаһын ҡуллана: “Тирмә эсе” (1929), “Йәйләү тирмәһе”, “Башҡорт ҡыҙының байрам кейемендәге портреты” (икеһе лә — 1930 й.). Б.М.Пискуновтың “Башҡорт ғәскәрҙәренең Ҡыҙыл Армия яғына күсеүе” (30‑сы йй.) картинаһы — А. “картина” трактовкаһына тап килгән һирәк өлгөләрҙең береһе, унда А. материалдарын файҙаланыу ысулдары һәм композицион сиселеш майлы рәсем сәнғәте техникаһына бик яҡын тора. Дөйөм алғанда, был осорҙағы А. классик традициялар йүнәлешендә үҫешә. 50‑се йй. башҡ. акварелендә А.Кузнецов төшөргән портреттар барлыҡҡа килеү м‑н билдәләнә, уның күпселек эштәренең рәсем структураһы майлы рәсем сәнғәте алымын хәтерләткән, әммә А. үҙенсәлектәрен — төҫтөң асыҡлығын, үтәнән-үтә күренеүсән сафлығын һәм графиканың еңеллеген —  һаҡлаған ваҡ өҙөк-өҙөк буяҡтарға нигеҙләнгән: “Студияла”, “Ҡарсыҡ”, “Мари ҡыҙы”, “Сығыштан һуң” (барыһы ла — 1958 й.). Башҡортостанда А. ҡарата ҡыҙыҡһыныу 60‑сы йй. илдә А. күргәҙмәләре үткәндән һуң арта. Әҫәрҙәрҙең жанр диапазоны киңәйә: натюрморт — Елгаштина (“Айва”, 1960; “Яҙын”, 1961; “Кактустар”, 1963), пейзаж — Л.Я.Круль, Л.Д.Бикташев, Ә.М.Сәфәрғәлиев, портрет — Ғ.С.Мостафин, Ә.Ф.Лотфуллин эштәрендә сағылыш таба. Сюжет-хикәйәләү характерындағы тормошҡа бәйле әҫәрҙәр ижад итеүсе Р.Й.Хәлитов “акварель — картина” йүнәлешен сағылдыра: “Блюхер рейды” (1968), “Көт” (1969). Хеҙмәт темаһы Х.Х.Ғәниев А. һүрәтләнә (“Төнгө обход” триптихы, 1972; “Эш сменаһы”, 1973; “Нефть һаҡлау урыны”, 1974). Дөйөм алғанда, 1960 йй. авторҙарҙың ижады реалистик стилистика сиктәрендә үҫешеүен дауам итә, ә А. техникаһы үҙаллыраҡ әһәмиәткә эйә була бара. А. 70—80‑се йй. әүҙем үҫешеүенә, әҫәрҙәрҙең тематикаһы һәм пластик теле байыуына Бөтә Союз, Рәсәй һәм респ. күргәҙмәләре, ш. уҡ рәссамдарҙың ил б‑са ижади сәфәрҙәре булышлыҡ итә. Башҡ. А. шул осорҙағы ил сәнғәтенә хас художестволы эҙләнеүҙәрҙең дөйөм ағымында үҫешә. Рәссамдарҙың эштәрендә һынлы сәнғәт телен яңыртыу теләге һиҙелә: И.И.Фартуковтың “Тойлала байрам”, “Кихну утрауынан Эне” (икеһе лә — 1987) рәсемдәре һ.б. Сюжетты реалистик һүрәтләү ассоциатив-метафоралы була бара, был айырыуса В.Н.Лесин ижадында асыҡ сағыла: “Ҡоро урман”, “Яҙ хәбәрсеһе” (икеһе лә — 1986). Шуның м‑н бер рәттән, З.Ғ.Ғаяновтың (“Ҡыш башы”, 1983), В.И.Суздальцевтың (“Ферапонтово”, 1987) киң ҡылҡәләм, күп тапҡыр йыуып төшөрөү ысулдары м‑н төшөрөлгән, төҫтәр нескәлеге хас эштәрендә пейзаж А. лирикаһы һыҙаттары ла һаҡлана. Милли образдар психологияһын Лотфуллиндың төҫтәрҙең декоратив яңғырашын сағылдырыусы А. портреттары аса (“Ҡарсыҡ портреты”, 1981). 90‑сы йй. башҡ. А. яңы исемдәр барлыҡҡа килә. Буяуҙың үтә күренмәле еңеллеге һәм башҡарыу иреклеге м‑н Р.М.Йәғәфәровтың “Өйҙә”, “Эшләпәле ҡатын” (икеһе лә — 1996) эштәре айырылып тора, унда фигуралар күркәмлеге һәм һомғоллоҡ  пластикаһы нескә сағылдырыла. Традицион һәм яңы алымдар Р.Р.Абдуллин ижадында аһәңле берләшә. Рәссамдың ҡыҙыҡһыныуы пейзаж жанрына йүнәлгән, унда авторҙың донъяны ҡабул итеүе образдың эмоциональ байлығы, композицион алымдар динамикаһы аша бирелә. Л.З.Рәхмәтуллина, И.Ғ.Вәлитов эштәренә башҡа төрлө стилистик ҡараш һәм образлы йөкмәтке хас, улар башҡ. А. сағыу төҫтәрҙең әүҙемлеге, форма һәм киңлектең шартлы үҫеше ысынбарлыҡты ассоциациялар рәтенә әүерелдереүсе яңы йүнәлеште билдәләй. Рәхмәтуллина (“Ольхон буйлап” пейзаждар серияһы, 1996) һәм Вәлитов (“Һары ай”, “Сағым”, “Томан”; барыһы ла — 1997) әҫәрҙәрендә ябай пейзаж мотивтары ирреаль төҫ һәм һыҙаттар ала. Уларҙың эш стилистикаһы тәбиғәттәге формаларҙың еңел трансформацияланыуына нигеҙләнә. 21 б. башына башҡ. А. заманса теле барлыҡҡа килеү м‑н бергә (формалар стилләшеүе, һүрәт, төҫ, йөкмәтке һәм композиция роленә башҡа мөнәсәбәт), унда классик позицияларҙың да һаҡланыуы күҙәтелә. 1998 й. Өфөлә тәүге “Акварель яҙы” респ. А. күргәҙмәһе үтә.

Әҙәб.: “Акварельная весна”: выставка акварели Башкортостана: каталог /авт.‑сост. И.Н.Оськина. Уфа, 1998.

И.Н.Оськина

Тәрж. Г.С.Балтабаева

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 14.04.2023
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: