Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒӘЙФУЛЛИН Абдрахман Зәйнулла улы

Просмотров: 1202

ҒӘЙФУЛЛИН Абдрахман Зәйнулла улы [6.9.1908, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Яубүләк а. (БР‑ҙың Салауат р‑ны) — 17.4.1945, Хоэнвутцен ҡсб янында, Германия], Советтар Союзы Геройы (1945). Гвардия лейтенанты. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Башҡ. юғары коммунистик а.х. мәктәбен (Өфө, 1935), РККА‑ның командирҙар составын камиллаштырыу курстарын (1940) тамамлаған. 30‑сы йй. 2‑се ярт. Малаяҙ һәм Миәкә р‑ндарында партия эшендә. 1930—32 йй., 1940 й. һәм 1941 й. июленән Ҡыҙыл Армияла. 1941 й. башлап Көньяҡ‑Көнбайыш, Брянск, Көнбайыш, Үҙәк, Белоруссия, 2‑се һәм 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 61‑се армия 12‑се гвардия уҡсылар див. 37‑се гвардия уҡсылар полкының пулемёт ротаһы ком. гвардия лейт. Ғ. 1945 й. 17 апр. Нойглитцен, Хоэнвутцен торама пункттары янында Одер й. аша сыҡҡанда һәм һул ярҙағы плацдармды киңәйтеүҙә күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин (1945), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1945), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) орд. м‑н бүләкләнгән. Ғ. исеме Салауат р‑нының Арҡауыл һәм Малаяҙ аа. урамдарға бирелгән, ш. уҡ Арҡауыл а. уға бюст ҡуйылған.

Әҙәб.: Гареев А. Коммунисты не сдаются //Славные сыны Башкирии. кн.1. Уфа, 1965.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 08.11.2019