Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒӘЛИМЙӘНОВ Сәлимйән Ғәлимйән улы

Просмотров: 1076

ҒӘЛИМЙӘНОВ Сәлимйән Ғәлимйән улы (25.9.1915, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Төлсөкбаш а., хәҙ. БР‑ҙың Асҡын р‑ны Төлгөҙбаш а., — 12.7.2005, шунда уҡ), Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1930—37 йй. — Асҡын р‑нының “Дуҫлыҡ" к‑зында, 1940—41 йй. “Төлгөҙ" сәнәғәт артелендә эшләй. 1937—40 йй. һәм 1942 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1942 й. сент. башлап Сталинград, Көньяҡ-Көнсығыш, Дон, Воронеж, Ялан һәм 2‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 7‑се гвардия армияһы 78‑се гвардия уҡсылар див. 225‑се гвардия уҡсылар полкы уҡсыһы гвардия рядовойы Ғ. 1943 й. 25 сент. Украина ССР‑ы Домоткань а. янында Днепр й. аша сыҡҡанда һәм уң яҡ ярҙағы плацдармды һаҡлап ҡалыуҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1945) Асҡын р‑нының “Төлгөҙ" сәнәғәт артеле рәйесе, 1949—69 йй. “Сулпан" һәм “Дуҫлыҡ" к‑здарында эшләй. Ленин (1943), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) орд. м‑н бүләкләнгән. Ғ. исеме Асҡын р‑ны Асҡын а. урамға, район шахмат ярыштарына (2010 й. алып) бирелгән; тыуған ауылында уға бюст ҡуйылған.

Әҙәб.: Ераносьян В. За Днепром//Славные сыны Башкирии. Кн.1. Уфа, 1965

И.Ғәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 08.11.2019