Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒӘЛИМОВ Вәхит Ғәзим улы

Просмотров: 1117

ҒӘЛИМОВ Вәхит Ғәзим улы [1921, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Иҫке Балаҡ а. (БР‑ҙың Саҡмағош районы) — 28.10.1943, Украина ССР‑ы Вишнёвый утары, Днепровское а. ерләнгән], Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1941 й. тиклем Иҫке Балаҡ а. колхозда, Ленинград һәм Петрозаводск ҡҡ. заводтарҙа эшләй. 1941 й. октябренән Көньяҡ, Сталинград, Көньяҡ-Көнсығыш, Дон һәм 3‑сө Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 6‑сы армия 35‑се гвардия уҡсылар дивизияһы 100‑сө гвардия уҡсылар полкы снайперы өлкән сержант Ғ. 1943 й. 27 сентябрендә Днепр й. аша сыҡҡанда, Украина ССР‑ы Войсковое һәм Звонецкое торама пункттары өсөн алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин (1944), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) ордендары менән бүләкләнгән. Ғ. исеме Саҡмағош районы Саҡмағош а. урамға бирелгән, Саҡмағош һәм Тайнаш аа. уға һәйкәлдәр, тыуған ауылында ул йәшәгән йортҡа һәм уҡыған мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған.

Әҙәб.: Рамазанов Г. Коммунисты, вперёд! //Славные сыны Башкирии. Кн.1. Уфа, 1965.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 06.09.2022