Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДМИТРИЕВКА, Шишмә р‑нындағы ауыл

Просмотров: 1196

ДМИТРИЕВКА, Шишмә р‑нындағы ауыл, Дмитриевка а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Шишмә т. юл ст. Т. табан 22 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 150 кеше; 1920 — 221; 1939 — 108; 1959 — 345; 1989 — 267; 2002 — 252; 2010 — 277 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 19 б. башында Өфө өйәҙе Ҡаршын улусында нигеҙ һалына, Тверь һәм Ярославль губ. крепостной крәҫтиәндәр күсеп ултыра. Шулай уҡ Урыҫ Бишкәзәһе, Иҫке Ауыл, Опочинин исемдәре м‑н билдәле була. 1865 й. 65 йортта 485 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Крәҫтиән реформаһынан һуң крәҫтиәндәрҙең ер бүлемдәренән баш тартҡан бер өлөшө мещандар ҡатламына (ҡара: Мещанлыҡ) күсә һәм ауыл эргәһендә Д. (Мещандар) ҡасабаһына нигеҙ һала. 1896 й. Д. а. (Бишкәзә; 22 йортта 137 кеше; тимерлек, шарап һәм бакалея ҡаҙна кибеттәре, мөгәзәй), Д. ҡасабаһы (Мещандар; 13 йортта 75 кеше), Опочинина усадьбаһы (Бишкәзә; 53 кеше; һыу тирмәне) теркәлгән, һуңынан улар бергә иҫәпкә алынған. 50‑се йй. аҙ. ҡарай Д. 19 б. уртаһында нигеҙ һалынған Александровка а. һәм 19 б. аҙ. нигеҙ һалынған Кочкари а. ҡушыла. С.Т.Әхмәтгәрәева ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: