Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДУҪЛЫҠ, Туймазы р-нындағы ауыл

Просмотров: 733

ДУҪЛЫҠ, Туймазы р-нындағы ауыл, Ғәфүр а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Туймазы т. юл ст. К.-Көнс. табан 9 км алыҫлыҡта Бишенде й. (Өҫән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 94 кеше; 1939 — 734; 1959 — 835; 1989 — 1924; 2002 — 1903; 2010 — 2145 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Халҡы “Туймазы ҡошсолоҡ фабрикаһы” ААЙ-нда эшләй. Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 20 б. башында Бәләбәй өйәҙендә Яңы Ҡарамалы (Яңы Ҡарамалы‑Вәлит) а. булараҡ нигеҙ һалына. 30-сы йй. Туймазы с-зы ойошторолғандан һуң совхоздың Үҙәк усадьбаһы ҡасабаһы, 50-се йй. башынан Туймазы с-зы ҡасабаһы булараҡ теркәлгән. 1979 й. хәҙ. исемен, 2005 й. хәҙ. статусын йөрөтә.

Ш.У.Сәмиғуллина

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019