Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАЛА ДУМАЛАРЫ

Просмотров: 1224

ҠАЛА ДУМАЛАРЫ, Рәсәйҙә ҡала үҙидараһының күрһәтмә биреүсе органдары (ҡара: Урындағы үҙидара). 1785 й. ҡалаларҙың Жалованный грамотаһына ярашлы, ҡатламлы Дөйөм һәм Алты гласныйлы (ағзалары Дөйөм дума эсенән һайланған башҡарма орган) думанан торған, һайлауҙар 6 ҡатлам куриялары (атаҡлы граждандар, ҡала граждандары, 3‑сө гильдия сауҙагәрҙәре, цех һөнәрселәре, сит ил һәм сит ҡала сауҙагәрҙәре, посад кешеләре) б‑са уҙғарылған. 1870 й. 16 июнендәге “Ҡала положениеһы” на ярашлы [ҡара: Ҡала реформаһы (1870)], бөтә ҡатламдарҙы ла үҙ эсенән алған Ҡ.д. барлыҡҡа килә; һайлауҙар 3 курия (эре, урта һәм ваҡ һалым түләүселәр) б‑са үткәрелә, йәш (25 йәштән өлкән) һәм мөлкәт (күсемһеҙ милек, сәнәғәт, сауҙа һ.б. пр‑тие хужалары, сауҙагәрҙәр, ҡала ҡаҙнаһына һалымдар һәм йыйымдар түләгән ведомство, учреждение, ширҡәт, сиркәү, монастырҙар) цензы индерелә. 1892 й. “Ҡала положениеһы” б‑са [ҡара: Реформалар (19 б. 80—90‑сы йй.)], мөлкәт цензы арттырыла: эре күсемһеҙ милеккә (баш ҡалаларҙа һәм халҡы 100 меңдән ашыу булған ҡалаларҙа — 3 мең, губерна ҡалаларында — 1—1,5 мең, өйәҙ ҡалаларында 300 һумлыҡ мөлкәт) эйә кешеләр һәм учреждениелар, 1‑се гильдия танытмаһы булған сауҙа-сәнәғәт пр‑тиеһы хужалары һайлау хоҡуғына эйә була; 3 разрядлы система бөтөрөлә; ҡала үҙидараһы органдарының хоҡуҡтары сикләнеп, урындағы хакимиәттән (ул Ҡ.д. һәм ҡала башҡармалары етәкселәрен раҫлаған) бойондороҡлолоғо арта. Ҡ.д. һайланыусылар 30—70 һәм унан да күберәк гласныйҙан тора (урындағы халыҡ иҫәбенә бәйле була). Уларға ҡала башлығы (1870 й. алып ҡала башҡармалары эшмәкәрлеген дә алып бара) етәкселек итә. Губернаторға, 1870 й. башлап ҡала эштәре буйынса губерна присутствиеларына, 1892 й. — земство һәм ҡала эштәре буйынса губерна присутствиеларына буйһона. Ҡ.д. ҡарамағына ҡала идаралығының адм.‑хужалыҡ мәсьәләләре (ҡала һалымдары һәм йыйымдары, күсемһеҙ милек м‑н идара итеү һәм ҡаланы төҙөкләндереү; янғын һүндереүселәрҙе, полицияны, төрмә һәм казармаларҙы тотоу; сауҙа, сәнәғәт, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау һәм мәҙәниәт үҫешенә булышлыҡ итеү) инә. 1785 й. Жалованный грамота нигеҙендә Ырымбур губернаһында Ҡ.д. Өфө, Силәбе, Троицк һәм Ырымбур ҡҡ. ойошторола, Минзәлә, Стәрлетамаҡ ҡҡ. ратушалары, Бөрө, Бәләбәй (Өфө Ҡ.д. буйһонған), Верхнеурал (Троицк Ҡ.д.), Златоуст һәм Орск (Ырымбур Ҡ.д.) ҡҡ. старосталары ла ошо бурысты атҡарған. 1870 й. “Ҡала положениеһы”на ярашлы Ырымбур һәм Өфө губернаһы Ҡ.д. ағзалары 1870 й. нояб.— дек. һайлана. Өфөлә Ҡ.д. 1870 й. дек. асыла, Ырымбурҙа — 1871 й. апр., өйәҙ үҙәктәрендә 1871—74 йй.: Троицкиҙа — 1871 й. окт., Стәрлетамаҡта — 1872 й. ғин., Орскиҙа — 1872 й. февр., Минзәләлә — 1872 й. авг., Силәбелә — 1872 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1874 й.) авг., Бөрөлә — 1872 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1873 й.) сент., Верхнеуралда — 1872 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1874 й.) сент., Бәләбәйҙә — 1874 й. ғин., Златоуста — 1874 й. июлендә. Өфө һәм Ырымбур губ. гласныйҙарҙың күпселеге сауҙагәрҙәрҙән торған, улар артынан дворяндар һәм чиновниктар килгән, мещандар м‑н һөнәрселәр аҙсылыҡты тәшкил иткән. 1‑се саҡырылыш Өфө Ҡ.д. (1871—75) 69 гласный һайланған, шуларҙың 40‑ы сауҙагәр һәм атаҡлы граждан, 17‑һе дворян һәм чиновник, 11‑е мещан һәм крәҫтиән, 1 рухани булған; 2‑се саҡырылышта (1875—79) 60 гласныйҙың 26‑һы — сауҙагәр һәм атаҡлы граждан, 12‑һе — мещан һәм крәҫтиән, 2‑һе — рухани; 3‑сө саҡырылышта (1879—83) 71 гласныйҙың 28‑е — сауҙагәр һәм атаҡлы граждан, 25‑е — дворян һәм чиновник, 14‑е — мещан һәм крәҫтиән, 4‑һе рухани булған. 1917 й. дек. — 1918 й. июнендә Ҡ.д. бөтөрөлә, идара Эшсе, һалдат һәм ҡыҙылармеец депутаттары советтары ҡулына күсә (ҡара: Совет власы). 1917 й. 30 окт. Өфө Ҡ.д. ғәҙәттән тыш йыйылышы үтә. 1918 й. ғин. Өфө Ҡ.д. Өфө губерна революцион комитеты тарафынан таратылып, вәкәләттәре Советтарға һәм ҡала коммунаһына бирелә. Июлдә Өфө Ҡ.д. һайлауҙар була, Өфө ҡала думаһы ваҡытлы комитеты һайлана.

Әҙәб.: Леонов Н.И. Буржуазные реформы 60—70-х годов XIX в. в Башкирии. Уфа, 1993; Емалетдинова Г.Э. Городское самоуправление на Южном Урале во второй половине XIX — начале XX вв. Уфа, 2003.

Г.Е.Ямалетдинова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019