Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАЙҒУСҠАР ҠУРҒАНЫ II

Просмотров: 831

БАЙҒУСҠАР ҠУРҒАНЫ II, 14 б. аҙ. археологик ҡомартҡыһы. Хәйбулла р‑ны Байғусҡар а. төньяҡҡа табан 3 км алыҫлыҡта Тиргәмеш й. (Таналыҡ й. басс.) һул ярында урынлашҡан. 1991 й. Ф.А.Сөнғәтов тарафынан асыла һәм өйрәнелә. Ҡурған (диам. 8 м, бейеклеге 0,3 м) аҫтында 1 ҡәбер табылған, уның өҫтөндә сағыу ҡыҙғылт һары төҫтәге үртәлгән ҡалын балсыҡ ҡатламы асыҡланған. Ҡәбер камераһының көнбайыш яртыһының таштан ҡоролған нигеҙе бар. Ерләү бер-береһенә тимер таҫмалар һәм сөйҙәр м‑н беркетелгән ике оҙонса өлөштән торған ағас ялғашҡа (диам. 0,3—0,5 м, оҙонлоғо 2 м) һалып башҡарылған. Мәйет салҡан ятҡырып, ҡулдарын янбаш һөйәгенә ҡуйып, башы м‑н көнбайышҡа (йөҙөн көньяҡҡа бороп) ҡаратып ерләнгән. Баш һөйәгенең йөҙ яғында Алтын Урҙа осороноң 6 көмөш тәңкәһе табылған: 3‑өһө — Жанибәк (1342—57), 2‑еһе — Үзбәк, 1‑һе Тоҡто (1291—1313) хан дәүерендә һуғылған. Н.А.Мәжитов, ерләү йолаһына ҡарап, — Б.ҡ.II Көньяҡ Урал аръяғына монголдар ҡыҫырыҡлауы һөҙөмтәһендә йәки улар м‑н бергә килгән күскенселәр; В.А.Иванов һәм В.А.Кригер Көнбайыш Себерҙең көньяҡ ҡыймаҡ-ҡыпсаҡтары м‑н бәйләй. Б.ҡ. II материалдары Милли музейҙа һаҡлана.

Әҙәб.: Сунгатов Ф.А., Сафин Ф.Ф. Исследование курганных могильников в Зауралье в 1991 году //Наследие веков. Уфа, 1995.

Ф.А.Сөнғәтов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019