Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАҠАЛЫ ҠУРҒАНДАРЫ

Просмотров: 830

БАҠАЛЫ ҠУРҒАНДАРЫ, Сейәлек мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. 9—11 бб. ҡарай. Борай р‑ны Баҡалы а. төньяҡҡа табан 1 км алыҫлыҡта Ҡыҙғын й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) уң ярында урынлашҡан. 1967 й. А.Х.Пшеничнюк тарафынан асыла һәм өйрәнелә, 1990 й. ИИЯЛ (етәксеһе Г.Н.Гарустович) экспедицияһы тикшерә. Тупраҡ өйөп яһалған (диам. 5—8 м, бейеклеге 0,5—0,8 м) боронғо ҡәберлектәргә ҡарай. Өйрәнелгән һәр ҡурған (8) аҫтында 1‑ҙән 4‑кә тиклем ҡәбер булған. Мәйеттәр һай ҡәбер соҡорҙарына салҡан ятҡырып, башы м‑н көньяҡ-көнсығышҡа ҡаратып ерләнгән. Баш осонда балсыҡ көршәктәр, ҡәберҙең көньяҡ стенаһында ат һөйәктәре, ҡайһы бер өйөмдәрҙә аттың баш һөйәктәре табылған. Керамика бау эҙе м‑н биҙәлгән түңәрәк төплө һауыттарҙан ғибәрәт. Ҡәбергә тимер бысаҡтар, эйәр-өпсөн (тимер өҙәңгеләр, ауыҙлыҡтар, көмөш тамғалы йүгәндәр), биҙәүестәр (бронза һәм көмөш беләҙектәр, муйынсаҡтар, ҡаптырмалар, ҡыңғырау төймәләр, һырғалар һ.б.) һалынған. Күкрәгендә япраҡ рәүешендә бронза тамға һалынған ағас һынташ табылған. Б.ҡ. материалдары Милли музейҙа һаҡлана.

Г.Н.Гарустович

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: