Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БИКЕШ ҠУРҒАНДАРЫ

Просмотров: 997

БИКЕШ ҠУРҒАНДАРЫ, б.э.т. 14—12 бб. — б.э. 8—9 бб. археологик ҡомартҡылары. Баймаҡ р‑ны Бикеш а. янында Һаҡмар й. һул ярында урынлашҡан. 1972 й. Н.А.Мәжитов һәм А.Х.Пшеничнюк тарафынан асыла һәм 1972—74 йй. өйрәнелә. 6 ҡурғанлы ҡәберлек асыҡланған. Өйрәнелгән 5 ҡурған төркөмөнөң һәр береһендә тупраҡ өйөп яһалған 3—8 ҡурған (диам. 6—20 м, бейеклеге 0,2—1,3 м) табылған. I һәм II Б.ҡ. Ҡараяҡуп мәҙәниәтенә ҡарай. Һәр ҡурған аҫтында 2—9 ҡәбер булған. Мәйеттәр һай ҡәбер соҡорҙарына салҡан ятҡырып, баштары м‑н көнбайышҡа ҡаратып ерләнгән. Сте- налары ағас м‑н көпләнгән ҡәберҙәр осрай. Ҡәберҙә бронза эйәр өҫтәмәләре һәм йүгәндәр, тимер ҡылыстар, өҙәңгеләр һәм ауыҙлыҡтар, бронза өҫтәмә м‑н биҙәлгән билбауҙар, бронза һәм көмөш ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәре, 8—9 бб. Хәрәзм тәңкәһенән эшләнгән көмөш суҡ табылған. Урта быуат Б.ҡ. ҡалдырған халыҡты Мәжитов — төрки ҡәбиләләр, В.А.Иванов фин-уғыр ҡәбиләләре м‑н бәйләй. IV һәм V Б.ҡ., III Б.ҡ. өс ҡәбере Бура мәҙәниәтенә ҡарай. Һәр ҡурған аҫтында 1—5 ҡәбер асыҡланған. Мәйеттәр һай тура мөйөшлө ҡәбер соҡорҙарына һул ҡабырғаһына бөгәрләнгән килеш ятҡырып ерләнгән. Баш йәки аяҡ осонда 1—2 балсыҡ һауыт табылған. Керамика һырлы һәм тешле биҙәк төшөрөлгән яҫы төплө һауыттарҙан ғибәрәт. III Б.ҡ. биш ҡәбере Сармат мәҙәниәтенә ҡарай. Бер ҡурған (диаметры 18 м, бейеклеге 1 м) иртә сармат осорона ҡарай. Өс ҡәбер табылған, шуларҙың 2‑һе ләхетле. Мәйеттәр салҡан ятҡырып, баштары м‑н көньяҡҡа ҡаратып ерләнгән. Ҡәбергә бронза көҙгөләр һәм уҡ башаҡтары, көмөш муйынсаҡ, кеше һыны рәүешендәге быяла муйынсаҡ һалынған. Ике ҡурғанда урта сармат осороноң 1‑әр ҡәбере табылған. Мәйеттәр салҡан ятҡырып, баштары м‑н төньяҡҡа ҡаратып ерләнгән. Бронза ҡаптырма-фибулалар, балсыҡ орсоҡбаш, ҡыҙыл балсыҡтан эшләнгән Урта Азия ҡомғаны табылған. Б.ҡ. материалдары Археология һәм этнография музейында һаҡлана.

Әҙәб.: Пшеничнюк А.Х. Курганы средневековых кочевников на Южном Урале: памятники кочевников Южного Урала. Уфа, 1984.

А.Х.Пшеничнюк

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: