Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БЕРЕГОВКА АРХЕОЛОГИК МИКРОРАЙОНЫ

Просмотров: 1056

БЕРЕГОВКА АРХЕОЛОГИК МИКРОРАЙОНЫ, бронза быуаты археологик ҡомартҡылары төркөмө, Мәләүез р‑ны сиктәрендә Ағиҙел й. (уға Нөгөш й. ҡойған урынға тиклем) уң ярында урынлашҡан. Иҫке үҙән күлдәре м‑н бергә һыубаҫар туғайҙы һәм унан өҫтәге киртләстәрҙе биләй. Б.а.м. торамалар, торалар һәм ҡәберлектәр инә. I—II Береговка, I—IV Йомаҡ торамалары, I—IV Озерки торалары, Береговка, I һәм III Красногорка, I—II Йомаҡ ҡәберлеге инә. Айырыуса I Береговка торамаһы (Береговка а. көнсығышҡа табан 0,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан) ентекле өйрәнелгән. 1953 й. В.П.Викторов та- рафынан асыла һәм 1954 й. тикшерелә, 1955 й. К.В.Сальников, 1975 й. А.Д.Пряхин, 1975 й. һәм 1980—82 йй. В.С.Горбунов өйрәнә. Абаш мәҙәниәте һәм Бура мәҙәниәте ҡаралтыһы ҡалдыҡтары табылған. II Береговка торамаһын (Береговканан төньяҡ-көнсығышҡа табан 1,1 км алыҫлыҡта) 1953 й. Викторов тарафынан асыла һәм 1975 й. Воронеж ун‑ты һәм БДПИ‑ның берлектәге экспедицияһы тикшерә. 3 торлаҡ асыҡланған, табылдыҡтар Абаш мәҙәниәте керамикаһынан һәм ҡорамалдарынан тора. I—IV Озерки тораһын (Береговканан көнсығышҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта) 1954 й. В.Д.Викторова тарафынан асыла һәм өйрәнелә. Бура мәҙәниәте керамикаһы, шлак, хайуан һөйәктәре табылған. III Озерки тораһын тикшергән саҡта 4 торлаҡ нигеҙе соҡоро табылған. Абаш мәҙәниәтенең Береговка ҡәберлеген (Береговканан төньяҡ-көнсығышҡа табан 3 км алыҫлыҡта; 7 ҡурған, 14 ҡәбер) 1974 й. Горбунов тарафынан асыла, 1975 й. Пряхин һәм Горбунов тикшерә. Абаш мәҙәниәтенә ҡараған III Красногорка ҡәберлеген (Красногорка утары эргәһендә; 9 ҡурған, 16 ҡәбер) һәм I Йомаҡ ҡәберлеген (Йомаҡ а. көньяҡ-көнсығышҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта; 1 ҡурған, 2 ҡәбер), Межа мәҙәниәтенә ҡараған II Йомаҡ ҡәберлеген (Йомаҡтан көньяҡ-көнсығышҡа табан 2 км алыҫлыҡта; 2 ҡурған, 2 ҡәбер) 1952 й. Викторов тарафынан асыла, 1974 й. Горбунов өйрәнә. Межа мәҙәниәтенә ҡараған I Красногорка ҡәберлеген (Красногорка янында; 13 ҡурған, 35 ҡәбер) 1972 й. Горбунов тарафынан асыла һәм тикшерелә, 1974 й. М.Ф.Обыдённов өйрәнә.

Әҙәб.: Пряхин А.Д. Поселения абашевской общности. Воронеж, 1976; Горбунов В.С. Поселенческие памятники бронзового века в лесостепном Приуралье. Куйбышев, 1989.

В.С.Горбунов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: