Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘЛИХОВ Ғәфүр Ғөбәй улы

Просмотров: 1084

СӘЛИХОВ Ғәфүр Ғөбәй улы (7.2.1959, Ырымбур өлкәһе Бурағол а.), философ. Философия фәндәре докторы (2011). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1987) 1989 й. тиклем 80‑се ауыл хужалығы профессиональ‑техник училищеһында (Йылайыр районы Юлдыбай а.) уҡыта. 1992 й. алып (өҙөклөктәр менән) БДУ‑ла (2011 й. башлап философия һәм социология факультеты деканы). 1995 й. алып “Башҡорт энциклопедияһы” ғилми нәшриәтенең фән буйынса директор урынбаҫары, 1996 й. февраленән директорҙың 1‑се урынбаҫары. 1996 й. авгусынан Өфө китапхана техникумы директоры, 2002 й. — БР Хөкүмәте Аппаратының сектор мөдире, 2004—08 йй. БР ФА Социаль һәм сәйәси тикшеренеүҙәр үҙәгенең өлкән ғилми хеҙмәткәре. Фәнни хеҙмәттәре глобалләшеү процестарында йәмғиәт, дәүләт проблемаларына; башҡ. халҡының философияһы һәм мәҙәниәтенә һ.б. арналған.

  Х е ҙ м.: Человек в картине мира башкир: социально‑философский анализ. Уфа, 2007; Очерки истории башкирской философской мысли. Уфа, 2013 (авторҙ.); Мифы в картине мира башкир. Уфа, 2018 (авторҙ.).

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.01.2023
Связанные темы рубрикатора: