Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АНДРЕЕВ Кирилл Дементьевич

Просмотров: 1857

АНДРЕЕВ Кирилл Дементьевич [7.7.1901, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Баҙлыҡ‑Васильевка а. (БР‑ҙың Бишбүләк районы) — 2.1.1972, БАССР‑ҙың Бишбүләк районы Бишбүләк а.]. Советтар Союзы Геройы (1943). Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. 1941—45 йй. Төньяҡ‑Көнбайыш, Воронеж, 1‑се һәм 2‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 38‑се армияның 163‑сө уҡсылар дивизияһы 1318‑се уҡсылар полкы батальонының партия ойоштороусыһы лейтенант А. 1943 й. 3 октябрендә Киев ҡ. көньяҡҡараҡ Днепр й. аша сыҡҡанда һәм уң яҡ ярҙағы плацдармды киңәйткәндә күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1945) Бишбүләк а. йәшәй һәм эшләй. Ленин ордены менән бүләкләнгән (1943). Бишбүләк а. Герой йәшәгән йортҡа, Бәләбәй ҡ. ул уҡыған педагогия колледжы бинаһына мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған.

Әҙәб.: Е р о ш и н А. Память солдатского сердца //Славные сыны Башкирии. Кн.2. Уфа, 1966.

И.Г.Тарасов

Тәрж. Р.Й.Мәхийәнова

 

 


Дата публикации: 03.02.2020
Дата последнего обновления публикации: 27.01.2023