Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АНПИЛОГОВ Поликарп Иванович

Просмотров: 1500

АНПИЛОГОВ Поликарп Иванович (12.3.1923, Һамар губ. Баклановка а. — 7.6.2007, Октябрьский ҡ.), Дан орд. тулы кавалеры. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. алып Калинин һәм Көнбайыш фронттарҙа миномёт ком. булып хеҙмәт итә, 1944 й. апр. — разведчик, 2‑се Украина фронты 7‑се гвардия армияһы 409‑сы уҡсылар див. 463‑сө айырым разведка ротаһының отделение командиры. Дан орд. м‑н 1944 й. 14 дек. Кишполак а. (Венгрия) тирәһендәге, 1945 й. 23 һәм 28 ғин. Нова Веска а. һәм Антальх ҡ. (икеһе лә — Чехословакия) янындағы, февр.—мартта немец‑венгр сигендәге һуғыштарҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн бүләкләнә. 1945 й. демобилизациялана. 1946—52 йй. Куйбышев өлк. “Новый быт” к‑зында бригадир, рәйес урынбаҫары булып эшләй. 1978 й. алып Октябрьский ҡ. йәшәй. 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943), 1‑се (1945 й. июне), 2‑се (ш. уҡ йылдың марты) һәм 3‑сө (ш. уҡ йылдың ғин.) дәрәжә Дан орд. м‑н бүләкләнгән. А. исеме Октябрьскиҙағы урамға бирелгән, Геройҙар аллеяһында уға һәйкәл ҡуйылған (2015).

Әҙәб.: Коваль Ю. Дошёл старшина до Вены //Славные сыны Башкирии. Кн.5. Уфа, 1985.

Ғ.Һ.Булатов, И.Ғәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 08.11.2019