Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АЛЛАЯРОВ Ғәзим Закир улы

Просмотров: 1965

АЛЛАЯРОВ Ғәзим Закир улы [19.12.1912, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Ураҙ а. (БР‑ҙың Учалы р‑ны) — 24.12.1993, Өфө], яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1973). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. КПСС ҮК эргәһендәге Юғары партия мәктәбен тамамлаған (Мәскәү, 1960). 1934—35 йй. Учалы МТС‑ының сәйәси бүлеге секретары, “Ударсы” гәз. (ҡара: “Учалинская газета”) редакцияһында эшләй, 1939—41 йй. “Социализмға” гәз. (ҡара: “Наши Киги”) әҙәби хеҙм‑ре, мөхәррир урынбаҫары. Демобилизациянан һуң КПСС‑тың Ҡыйғы район ком‑тының партия кабинеты мөдире, 1949 й. алып Ҡыйғы, Матрай, Мәләүез район ком‑ттарының 2‑се, 3‑сө секретары, 1955 й. — Ҡырмыҫҡалы, 1962—70 йй. Бәләбәй район ком‑ттарының 1‑се секретары. “Бер юлдан” тигән тәүге китабы 1965 й. сыға. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғаларын һәм тыл хеҙмәтсәндәре тормошон һүрәтләүсе “Хинган тауҙары аша” (1975), “Утлы ҡойон эсендә” (1978) повестары очерк характерында. “Үргә табан” (1967), “Һынау” (1970), “Ай урағы” (1990) китаптарының темаһы — һуғыштан һуңғы йылдарҙа ауылдың көндәлек тормошо. “Алһыу таңдар атҡанда” (1985) повесы 30‑сы йй. комсомолдарына — Магнитогорск ҡ. төҙөүселәргә арнала. БАССР ЮС‑ының 6—7‑се саҡырылыш депутаты. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1957, 1966) орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҫәрҙ.: Ер һулышы: повестар. Өфө, 1983; Шифалы ямғыр: повесть һәм хикәйәләр. Өфө, 1977.

С.Ғ.Сафуанов

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: