Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АНТИПИН Иван Алексеевич

Просмотров: 1857

АНТИПИН Иван Алексеевич (11.9.1921, Өфө губернаһы шул уҡ исемле өйәҙе Еҙем а., хәҙер БР‑ҙың Архангел районы Ҡыҙыл Еҙем а., — 21.12.2005, Луцк ҡ., Украина), лётчик, Украина Ҡораллы һауа көстәре генерал‑майоры (2004). Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында, 1950—53 йй. Корея һуғышында ҡатнашыусы. Хәрби‑һауа академияһын тамамлаған (Мәскәү өлкәһе Монино ҡасабаһы, 1956). 1941 й. алып Совет армияһында. 1942—45 йй. Калинин, Воронеж, 2‑се Ялан һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 5‑се һауа армияһы 1‑се штурмлау авиация корпусы 292‑се штурмлау авиация дивизияһы 667‑се штурмлау авиация полкы лётчигы лейтенант А. 16 һауа һуғышында дошмандың 7 самолётын юҡ иткәне (1944 й. ғинуарына ҡарата) өсөн лайыҡ була. 1968 й. алып запаста. Ленин (1944), Ҡыҙыл Байраҡ (1943 й. 1 һәм 30 сентябре), Александр Невский (1945), 1‑се (1944, 1985) һәм 2‑се (1944) дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ (1956) ордендары, сит ил ордены менән бүләкләнгән. Архангел районы Архангел а. А. һәйкәл, Ҡыҙыл Еҙем а. ул уҡыған мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҫәрҙ.: Война по вiтри. Луцк, 2004.

Әҙәб.: К а г а л ь н и ц к и й В. Дневник подвига //Славные сыны Башкирии. Кн.3. Уфа, 1968.

Ғ.Һ.Булатов, Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Д.К.Узбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 11.04.2023