Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АНТИПИН Филипп Лукьянович

Просмотров: 1399

АНТИПИН Филипп Лукьянович [1900, Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Ямаш а. (БР‑ҙың Бөрө районы) — 26.3.1944, Вознесенск ҡ. янында], Советтар Союзы Геройы (1944). Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. 1918—22 йй. һәм 1942 й. алып Ҡыҙыл армияла. 1942 й. октябренән Калинин, Ялан, 2‑се һәм 3‑сө Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 57‑се армия 93‑сө уҡсылар дивизияһы 107‑се махсус сапёр батальонының отделение командиры сержант А. 1944 й. 22 мартында Көньяҡ Буг й. аша сыҡҡанда һәм 23—26 мартта дошман уты аҫтында яралыларҙы эвакуациялағанда күрһәткән батырлыҡтары өсөн үлгәндән һуң лайыҡ була. Ленин (1944), Ҡыҙыл Байраҡ (1943) ордендары менән бүләкләнгән. А. исеме Бөрө ҡ., Бөрө районы Ямаш һәм Суслов аа. урамдарға, Суслов урта мәктәбе музейына бирелгән. Бөрө ҡ. Мемориаль комплекс территорияһында уға һәйкәл, Ямаш а. ул уҡыған мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

  Әҙәб.: К о л я д и н Ф. Южный Буг — своенравная река //Славные сыны Башкирии. Кн.3. Уфа, 1968.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 19.12.2022