Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АРТАМОНОВ Владимир Иванович

Просмотров: 1508

АРТАМОНОВ Владимир Иванович [20.11.1906, Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Требият ҡсб (Силәбе өлкәһе Ноғайбәк районы) — 29.9.1944, Чита өлкәһе Хилок ҡсб янында, Чита ҡ. ерләнгән], лётчик, полковник (1943). Советтар Союзы Геройы (1939). 1939 й. Халхин-Гол й. буйында совет‑япон ҡораллы конфликтында, Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. В.В.Куйбышев исемендәге Хәрби инженерҙар академияһы эргәһендәге курстарҙы тамамлаған (Мәскәү ҡ., 1940). 1928 й. алып Ҡыҙыл армияла. 1941 й. башлап авиация полкы командиры, 1944 й. Ҡыҙыл армия Хәрби‑һауа көстәре генераль инспекторының өлкән ярҙамсыһы. Герой исеменә 1‑се армия төркөмө 100‑сө юғары тиҙлекле бомбаға тотоу авиацияһы бригадаһы 38‑се юғары тиҙлекле бомбаға тотоу авиацияһы полкының эскадрилья командиры капитан А. 1939 й. июль—авгусында Халхин-Гол й. буйында һуғыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Ленин (1939), Ҡыҙыл Байраҡ (1939, 1942), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1943) ордендары. һәм сит ил ордены менән бүләкләнгән. Белорет ҡ., Белорет районы Үрге Әүжән а. урамдарға А. исеме бирелгән, шулай уҡ уға бюстар, Үрге Әүжән урта мәктәбе бинаһына — мемориаль таҡтаташ, А. һәләк булған урында һәм Чита ҡ. һәйкәлдәр ҡуйылған.

Әҙәб.: Куликов В. Орлиный полёт //Славные сыны Башкирии. Кн.2. Уфа, 1966.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 28.10.2022