АСЕЕВ Алексей Александрович
1383
АСЕЕВ Алексей Александрович (14.3.1922, Өфө — 10.5.1980, Красноярск ҡ.), Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1943 й. алып Карелия фронтында хеҙмәт итә. Герой исеменә 7‑се армия 272‑се уҡсылар див. 1063‑сө уҡсылар полкы уҡсыһы рядовой А. 1944 й. 21—23 июнендә Лодейное Поле ҡ. эргәһендә барған һуғыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1945) Красноярскиҙа йәшәй һәм эшләй. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1944). А. исеме БР‑ҙың Благовешен ҡ., Красноярскиҙағы урамдарға бирелгән.
Г.Т.Хөсәйенова
Тәрж. Г.М.Яҡупова
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Энциклопедиялар:
Шәхестәр: