Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘХМӘЛЕТДИНОВ Фазылйән Фазлый улы

Просмотров: 1184

ӘХМӘЛЕТДИНОВ Фазылйән Фазлый улы (15.4.1918, Өфө губернаһы шул уҡ исемле өйәҙе Иҫке Әхмәт а., хәҙер БР‑ҙың Кушнаренко районы Әхмәт а., — 29.4.1979, шунда уҡ), Советтар Союзы Геройы (1945). 1939—40 йй. совет‑финлянд һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. 1938 й. алып Ҡыҙыл армияла. 1941 й. башлап Көнбайыш, Брянск, Балтик буйы, 2‑се Балтик буйы һәм 3‑сө Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 11‑се гвардия армияһы 11‑се гвардия уҡсылар дивизияһы 9‑сы айырым гвардия разведка ротаһының разведка отделениеһы командиры  өлкән сержант Ә. 1944 й. 13 июлендә Алитус ҡ. (Литва ССР‑ы) тирәһендә Неман й. аша сыҡҡанда һәм һул ярҙағы плацдармды һаҡлап ҡалыуҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Демобилизациянан һуң (1945) В.И.Чапаев исемендәге колхозда, 1955—72 йй. Әхмәт урта мәктәбендә (икеһе лә — Кушнаренко районы) эшләй. Ленин (1945), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1944, 1945), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары менән бүләкләнгән. Ә. исеме тыуған ауылындағы урамға, шишмәгә һәм урта мәктәпкә бирелгән, Кушнаренко районы Кушнаренко а. уға һәйкәл ҡуйылған.

Әҙәб.: К а г а л ь н и ц к и й В. Бой на рассвете //Славные сыны Башкирии. Кн.3. Уфа, 1968.

И.Ғәримова

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 27.01.2023