Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АНАҠ Шамил (Мәхмүтов Шамил Ғүмәр улы)

Просмотров: 1578

АНАҠ Шамил [ысын исеме Мәхмүтов Шамил Ғүмәр улы; 25.11.1928, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Туҡтар‑Әбдрәшит а., хәҙ. БР‑ҙың Әлшәй р‑ны Әбдрәшит а., — 21.10.2005, ш. уҡ райондың Раевка а.], шағир. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1990). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1969). МДУ‑ны тамамлаған (1950). 1957—59 йй. М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑тында (Мәскәү) уҡыта. “Европа уртаһынан репортаж” (1963) шиғырҙар йыйынтығында шағирҙың Чехословакияға сәфәренән алған тәьҫораттары сағылдырыла. “Ябай әйберҙәргә мәдхиәләр” (“Оды мирным вещам”, 1968; башҡортса 1970), “Зәңгәр Өстүбә иле” (1984), “Таш тамғалар” (1978) йыйынтыҡтары — хәҙ. заман, халыҡтың тарихи үткәне, быуындар бәйләнеше т‑да филос. уйланыуҙар. Балалар өсөн “Аҡ ҡуян зары” (1968) исемле шиғырҙар йыйынтығы авторы. Ижадында шиғыр ижад итеүҙең стандарт булмаған формаларына мөрәжәғәт итә (ҡара: Акцентлы шиғыр). В.В.Сорокин әҫәрҙәрен, төрөк яҙыусылары хикәйәләрен башҡ. теленә тәржемә итә (1968 й. айырым йыйынтыҡ булып сыға). Н.Хикмәт пьесалары А. тәржемәһендә Башҡорт драма театры сәхнәһендә ҡуйыла. Тыуған ауылында шағирҙың музейы эшләй.

Әҫәрҙ.: Һөйөү тамғалары: шиғырҙар, сәсмә шиғырҙар, шиғри миниатюралар һәм афоризмдар. Өфө, 1988; Полночный бой часов: стихи. М., 1975; Тыйнак табын: шигырьләр. Казан, 1982.

Әҙәб.: Хөсәйенов Ғ.Б. Шағирҙәр. Өфө, 1981.

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: