Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АНТОЛОГИЯ

Просмотров: 1270

АНТОЛОГИЯ (гр. anthologiá — сәскәләр йыйылмаһы), төрлө авторҙарҙың билдәле бер осорҙо, йүнәлеште, халыҡты сағылдырған һайлап алынған әҫәрҙәре (әҙәби, фәлсәфәүи, муз.) йыйынтығы. Башҡорт әҙәбиәтендә тәүге А. — М.М.Биксурин төҙөгән “Башҡорт хикәйәләре һәм повестары” (1845—1849) китабы. Башҡ. халыҡ йырҙары текстарын Ф.К.Туйкин “Йырҙар мәжмүғәһе” (1918) А. туплаған. 20 б. уртаһынан алып әҙәби төр һәм тематика б‑са берләшкән А. сығарыла. Халыҡ поэзияһы өлгөләре, рев‑цияға тиклемге һәм совет шағирҙарының һайлап алынған шиғырҙары “Башҡорт поэзияһы антологияһы” (1953, 1971), “Башҡортостан шағирҙары” (“Поэты Башкирии”; 2 томда, 1980), “Башҡорт шиғриәте антологияһы. Быуаттар тауышы” (2001), “Башҡортостан шиғриәте антологияһы. Быуаттар тауышы” (“Антология поэзии Башкортостана. Голоса веков”; 2007), “Быуаттан быуатҡа. Башҡорт шиғриәте” (“Из века в век. Башкирская поэзия”; 2008) йыйынтыҡтарында, 20—70‑се йй. драма әҫ. “Башҡорт совет драматургияһы” (“Башкирская советская драматургия”; 1954), “Башҡорт драматургияһы антологияһы” (2 томда, 1984) китаптарында бирелгән. Әҙәби ҡомартҡылар хаҡында мәғлүмәттәр, шәжәрә һәм тәуарих фрагменттары “Башҡорт әҙәбиәте антологияһы. 13—18 бб.” (1‑се том, 1999), “Башҡорт әҙәбиәте антологияһы. XIX быуат” (2‑се т., 2007) йыйынтыҡтарына ингән; 20 б. башы башҡ. яҙыусыларының әҫәрҙәре “Башҡорт әҙәбиәте: XX быуат башы” (2 китапта, 1983—1984) А. тупланған. Балалар әҙәбиәте “Балалар әҙәбиәте антологияһы: проза” (1986), “Балалар әҙәбиәте антологияһы: поэзия” (1987) китаптарында бирелгән. Р.Й.Ғариповтың “Минең антологиям: тәржемәләр” (1990) йыйынтығына көнсығыш әҙәбиәте классиктары һәм совет шағирҙары әҫәрҙәренең башҡ. теленә тәржемәләре ингән. “Мөхәббәтнамә” (1997) А. 120‑нән ашыу башҡ. шағирының мөхәббәт хаҡындағы иң яҡшы әҫәре тупланған. Ҡаҙаҡ, татар, украин, урыҫ, сыуаш һәм яҡут телдәренә тәржемәлә башҡ. әҙәбиәтенең 30‑ға яҡын А. нәшер ителгән.

М.Х.Иҙелбаев

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: