Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АРАЛБАЙ Ҡәҙим Әбделғәлим улы

Просмотров: 1785

АРАЛБАЙ (Аралбаев) Ҡәҙим Әбделғәлим улы (1.9.1941, БАССР‑ҙың Хәйбулла районы Таңатар а.), шағир. БР‑ҙың халыҡ шағиры (2011). БАССР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1978). БДУ‑ны тамамлаған (1968). 1973—77 йй. “Ағиҙел” журналының әҙәби хеҙмәткәре, бүлек мөдире, яуаплы секретары; 1977—81 йй. БР Яҙыусылар союзы идараһы секретары, 1988—93 йй. һәм 2009—12 йй. рәйесе урынбаҫары; 1981—88 йй. КПСС‑тың Башҡортостан өлкә комитеты инструкторы. 1993 й. башлап “Китап” нәшриәтенең баш мөхәррире, 1996 й.  — директоры, 2002—09 йй. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) башҡарма комитетының рәйес урынбаҫары. “Утлы кисеүҙәр” тип аталған тәүге шиғырҙар китабы 1975 й. сыға. “Аҡ тирмә” (1982) поэмаһы юҡҡа сыҡҡан башҡ. ауылдары яҙмышына арналған. А. Салауат Юлаев (“Батыр яраһы”, 1980), Т.Г.Шевченко һәм башҡ. батыры Ҡарас (“Тарас менән Ҡарас”, 1989), Р.Й.Ғарипов (“Ҡаратау тотҡоно”, 1998) тураһында эпик әҫәрҙәр ижад итә. “Һөйөүем йондоҙо” (1986), “Әле һуң түгел” (1989) шиғри йыйынтыҡтары мөхәббәт көсөнә ышаныс, ваҡыт, шағир бурысы хаҡындағы уйланыуҙар менән һуғарылған. Тормош юлын эҙләү һәм рухи ҡиммәттәрҙең алмашыныуы темаларына яҙылған “Рух яҙыуы” (1995), “Таналыҡ тауышы” (2001) йыйынтыҡтарында шағир халыҡ поэзияһының бәйет, ҡобайыр, робағи кеүек төрлө жанрҙарына мөрәжәғәт итә. “Мәмбәт шәжәрәһе” (1994), “Һалдат бәйеттәре” (1997) фәнни‑популяр йыйынтыҡтарында 18—19 бб. шәжәрәләренең ҡулъяҙмалары тикшерелә, Беренсе донъя һуғышында ҡатнашҡан һалдаттар сығарған йыр, бәйет һәм мөнәжәт текстарының хәҙерге башҡ. теленә транскрипцияһы яһала. М.Х.Әхмәтовтың “Батырҙар ораны” (1987) ораторияһы либреттоһының авторы. А. шиғырҙарына композиторҙар Н.Ә.Дауытов, Р.Х.Сәхәүетдинова, Р.М.Хәсәнов, Т.М.Шәрипов һ.б. йырҙар яҙған. А. әҫәрҙәре ҡаҙаҡ, немец, сыуаш, украин һ.б. телдәргә тәржемә ителгән. “Урал” башҡ. халыҡ үҙәге рәйесе (2002—04).  БР‑ҙың Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы (1996), С.Чекмарёв (1984), Р.Ғарипов (1996), З.Биишева (2000), Ф.Кәрим (2009) исемендәге премиялар лауреаты. Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән (2021).

  Хеҙм.: Мәслихәт: шиғырҙар, баллада, поэмалар. Өфө, 1991; Һайланма әҫәрҙәр: 2 томда. Өфө, 2010—2011; Гонец: стихи и поэма. Уфа, 1983; Тамырҙар һәм олон: ижади портреттар, ғилми яҙмалар, мәҡәләләр, иҫтәлектәр, хикәйәләр. Өфө, 2021.

  Әҙәб.: Килмөхәмәтов Т.Ә.  Халыҡсанлыҡ көсө. Өфө, 1998.

З.Ә.Нурғәлин

Тәрж. Р.М.Шәрипова

 

З.Ә.Нурғәлин
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 30.08.2022
Связанные темы рубрикатора: