Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АБЗАЙ, Уртауыл, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 1014

АБЗАЙ, Уртауыл, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл, Абзай а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 34 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т. табан 77 км алыҫлыҡта Кесе Ыйыҡ й.  (Ҡыйғы й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 754 кеше; 1920 — 1037; 1939 — 858; 1959 — 637; 1989 — 578; 2002 — 568; 2010 — 558 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Троицк өйәҙе Дыуан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 18 б. аҙ. билдәле. Сотник Абзай Шабыҡов исеме м‑н аталған. Шулай уҡ Мәсетле булараҡ билдәле булған. 1865 й. 57 йортта 377 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, мәҙрәсә, һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, мануфактура һәм 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. М.Ғ.Ғибәҙуллин, Н.З. Игеҙйәнова, М.М.Сафина, Г.Б.Сәғитова, И.Ә.Әҙеһәмов ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Р.Мәһәҙиева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019