Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИГЕҘЙӘНОВА Нажиә Заһир ҡыҙы

Просмотров: 1380

ИГЕҘЙӘНОВА Нажиә Заһир ҡыҙы (1.9.1946, БАССР-ҙың Ҡыйғы р-ны Абзай а.), яҙыусы. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1998). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1993). БДУ‑ны тамамлаған (1988). 1974 й. алып “Һәнәк” ж., 1982 й. — “Башҡортостан ҡыҙы” ж., 1983 й. — БАССР Яҙыусылар союзы, 1986—2002 йй. “Ағиҙел” ж. хеҙм‑ре (1991 й. башлап бүлек мөдире). Күбеһенсә сатира һәм юмор өлкәһендә эшләй. “Еҫле һабын” (1991), “Йәшәп ҡалырға кәрәк” (2006) һәм “Алтын сылбыр” (2009) китаптарына ингән хикәйәләрендә автор замандашрының карикатур образдарын тыуҙыра, йәмғиәттең етешһеҙлектәрен фашлай. “Көндәш” (1996), “Тәҡдир” (2002) китаптарына ингән әҫәрҙәренең геройҙары — әҙәпһеҙлек һәм эскерлелек м‑н килешергә теләмәгән үҙенсәлекле шәхестәр. Балалар өсөн яҙылған “Исемем матур икән” (1993), “Яҡты хыял” (2004) хикәйәләр һәм әкиәттәр китаптары авторы.

Әҙәб.: Гәрәев Ә. Мичман улы. Өфө, 1998; Гәрәева Г. Хәҙерге проза үҙенсәлектәре. Өфө, 2009.

Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: