Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АРЛАН, Краснокама р‑нындағы ауыл

Просмотров: 681

АРЛАН, Краснокама р‑нындағы ауыл, Арлан а/с үҙәге. Район үҙәгенән К. 25 км һәм Нефтекама т. юл ст. К. табан 18 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1004 кеше; 1920 — 876; 1939 — 1112; 1959 — 955; 1989 — 817; 2002 — 734; 2010 — 755 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Арлан урта мәктәбе, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Уҫы даруғаһы Гәрәй улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1687 й. керҙәшлек килешеүе б‑са яһаҡлы мариҙар нигеҙ һала. Шулай уҡ Әрлән(м), Өрлән(м), Круглое поле исемдәре м‑н билдәле булған. 1795 й. 63 кеше йәшәгән, 1865 й. 113 йортта — 610 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1906 й. малайҙар һәм ҡыҙҙар башҡа милләттәр өсөн мәктәптәре, 1 һыу һәм 3 ел тирмәне, мөгәзәй, 2 бакалея кибете, 5 ярма ярғыс теркәлгән. А.А.Алексеев ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019