АКРЫНОВ Иван
606
АКРЫНОВ Иван, Ырымбур губернаһының отставкалағы унтер‑офицерҙары, һалдаттары һәм драгундарынан Уложенный комиссия депутаты. Вахмистр. Комиссияға хәрби хеҙмәт шарттарын үҙгәртеү (ғаиләләге улдарҙың береһен хеҙмәттән азат итеү, хеҙмәт тамамланғандан һуң йәшәү урыны һайлау һ.б.) һәм йөкләмәләрҙе кәметеү т‑да наказ тәҡдим итә. 1767 й. нояб. депутатлыҡ хоҡуҡтарын Х.М. Самсоновҡа тапшыра.
Әҙәб.: Васильев И.М. Податное и военно-служилое население Башкирии по наказам в Уложенную комиссию 1767 г.: в 2 ч. Уфа, 2000
И.М.Васильев
Тәрж. Д.К.Үзбәков
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Энциклопедиялар:
Связанные статьи: