Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БИОФИЗИКА

Просмотров: 797

БИОФИЗИКА (био... һәм физика), биологик физика, биол. системаларҙың бөтә ойоштороу кимәлдәрендә барған физик һәм физик‑химик процестар һәм уларға төрлө физик факторҙарҙың тәьҫире т‑дағы фән. Өйрәнеү объекттары б‑са молекуляр Б., күҙәнәк Б., тойоу ағзалары Б., ҡатмарлы системалар Б. үҙ эсенә ала. Б. үҙ аллы дисциплиналарға биомеханика, биоэнергетика, радиобиология һәм фотобиол. айырылып сыҡҡан. Б. биоорганик химия, биохимия, молекуляр биология м‑н тығыҙ бәйле.

Башҡортостанда Б. б‑са тикшеренеүҙәр 20 б. 70‑се йй. башлап алып барыла. Башҡорт дәүләт университетында стресс, патологик процестар ваҡытында кеше ҡаны эритроциттарының электрокинетик үҙенсәлектәре; экстремаль факторҙар, ағыулы матдәләр, антиоксиданттарҙың кеше һәм хайуан ҡаны күҙәнәктәренең өҫкө йөҙ электр үҙенсәлектәренә тәьҫире (В.А.Бароненко, В.Ғ.Шамратова), протеиназа ингибиторҙарының агглютинациялау активлығын көйләүе (Р.И.Ибраһимов, А.И.Мелентьев) өйрәнелә. Медицина университетында нормаль һәм патологик физиол. процестар, организмға экологик һәм медикаментоз тәьҫир ваҡытында ирекле‑радикаль окисланыу торошо (Р.Р.Фәрхетдинов) тикшерелә.

Р.И.Ибраһимов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019