Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БРАДИС Елизавета Модестовна

Просмотров: 1039

БРАДИС Елизавета Модестовна (13.8.1900, Псков ҡ.— 5.5.1975, Киев ҡ.), геоботаник. Биология фәндәре докторы (1952), профессор. Фәнни эшмәкәрлеге һаҙлыҡтарҙы өйрәнеү һәм геоботаник районлаштырыу менән бәйле. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Украина ССР‑ы ФА‑ның Ботаника институты составында БАССР‑ға эвакуациялана. 1941—47 йй. Башҡортостандың Урал алды һаҙлыҡтарын өйрәнә һәм уларҙың экологик‑фитоценотик билдәләре буйынса классификацияһын төҙөй. “Башҡорт АССР‑ының ҡатмарлы төҙөлөшлө үҫемлектәр белешмәһе” (“Определитель высших растений Башкирской АССР”; 1966) китабын төҙөүҙә ҡатнаша.

 Х е ҙ м.: Растительный покров болот Башкирской АССР //Вопросы классификации растительности. Свердловск, 1961.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. М.Н.Моратшина

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.05.2023