Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АМБРОЗИЯ

Просмотров: 821

АМБРОЗИЯ (Ambrosia), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 40 төрө билдәле, Төньяҡ һәм Көньяҡ Америкала таралған, ҡайһы бер төрҙәре башҡа ҡитғаларҙа ла бар. Башҡортостанда 3 төрө үҫә: күп йыллыҡ А., әрем япраҡлы А., өс бүлкәтле амброзия. Бер йыллыҡ үлән үҫемлектәре. Һабағы төҙ, тармаҡлы, бейеклеге 80—100 см етә. Күп йыллыҡ А. һәм әрем япраҡлы А. япрағы ҡауырһын һымаҡ телемле; өс бүлемле А. япрағы эрерәк, өсәр, бишәр уйымлы. Сәскәһе һеркәлекле (көпшәле, таждары биш тешле) һәм емешлекле (сәскә эргәлекһеҙ). Сәскәлеге — бер енесле ваҡ кәрзинкә: һеркәлекле кәрзинкәләре башаҡ һымаҡ сәскәлеккә ойошҡан, төбөнә бер сәскәле емешлекле 1—5 кәрзинкә урынлашҡан. Июль—авг. сәскә ата. Емеше — орлоҡса, авг.—сент. өлгөрә. Торама пункттарҙа, юл буйында, ташландыҡ ерҙә, а.х. культуралары сәсеүлегендә, йылға туғайында үҫә, респ. көньяҡ райондарында таралған. Хайуандар уны ашамай. Карантинлы ҡый үләне. Көрәш саралары: карантин, а.х. үҫемлектәренең орлоҡтарын таҙартыу, урылған баҫыуҙы йомшартыу, тәрән һөрөү, гербицидтар ҡулланыу. А. м‑н көрәшеүҙең фитоценоз ысулы бар, ул үҫемлектәрҙең йомоҡ төркөмдәрен (күп йыллыҡ үләндәр һ.б. сәсеүлектәрен) булдырыуҙан ғибәрәт; был осраҡта ҡый үләндәре экологик биләмә етмәгәнлектән конкуренцияға һәләтле түгел. Әрем япраҡлы А. ер өҫтөндәге өлөшөндә эфир майҙары бар, А. һеркәһе — обструктив бронхит синдромлы поллиноз барлыҡҡа килтереүсе аллерген.

С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019