Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БЫКОВ Леонид Иванович

Просмотров: 992

БЫКОВ Леонид Иванович (18.12.1937, Рыбинск ҡ. — 16.9.2020, Өфө ҡ.), инженер-механик. Техник фәндәр докторы (1983), профессор (1984). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1988), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2003), почётлы нефть-газ төҙөүсеһе (2007). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1961) шунда уҡ эшләй: 1971—75 йй. газ-нефть үткәргестәр, газ һаҡлағыстар һәм нефть базалары төҙөү кафедраһы мөдире вазифаһын башҡарыусы, 1988— 2007 йй. материалдар ҡаршылығы кафедраһы мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге үткәргес торба конструкцияларының ныҡлығы һәм сыҙамлылығы, тупраҡты техник мелиорациялау проблемаларын өйрәнеүгә бәйле. Б. таһафынын бушаҡ тупрағы яһалма нығытылырға тейешле магистраль үткәргес торба трассаһы участкаларының һәм айырым объекттарының классификацияһы эшләнгән; төрлө бәйләүес матдәләр менән нығытылған тупраҡтың физик һәм механик үҙенсәлектәре асыҡланған; үткәргес торбаларҙың ҡатмарлы участкаларының көсөргәнешле деформацияланыу параметрҙарын баһалау методикаһын һ.б. уйлап табылған.

Хеҙм.: Типовые расчёты по сооружению трубопроводов. М., 1979 (авторҙ.); Технология сооружения газонефтепроводов. Т.1. Уфа, 2007 (авторҙ.); Машины и оборудование газонефтепроводов. 3-е изд., перераб. и доп. Уфа, 2009 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

К.В.Степанов
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 09.11.2021