Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҮТКӘРГЕС ТОРБАЛАР

Просмотров: 1591

ҮТКӘРГЕС ТОРБАЛАР, газ хәлендәге, шыйыҡ һәм бөртөклө матдәләрҙе һыу йәки һауа м‑н ҡатнаштырып торбаның арҡыры киҫелешендәге баҫымдарҙың айырмаһы тәьҫирендә ташыу өсөн тәғәйенләнгән инженер ҡоролмалары; бер‑береһенә механик йәки иретеп йәбештереү юлы м‑н тоташтырылған торбаларҙан ҡорола. Ташыла торған матдәләргә бәйле һыу үткәргестәр, һауа үткәргестәр, магистраль газ торбалары, нефть үткәргестәр; тәғәйенләнеше б‑са — магистраль, промысла эсендәге, ярҙамсы, бүлеү, технологик үткәргес торбалар; һалыу алымы б‑са — ер аҫты, ер өҫтө, һыу аҫты үткәргес торбалары айырыла. Шыйыҡ мөхиттәрҙе ташыу өсөн насостар, газ хәлендәгеләр өсөн компрессорҙар ҡулланыла. Ү.т. техник торошон баһалау техник диагностика һөҙөмтәләре нигеҙендә уҙғарыла. Башҡортостанда тәүге ҡала һыу үткәргесе 1901 й., ҡала канализация селтәре — 1940 й. (икеһе лә — Өфө), магистраль нефть үткәргесе — 1937 й. (Ишембай — Өфө), бензин үткәргесе — 1951 й. (Өфө — Берҙәүеш), газ үткәргесе — 1953 й. (Туймазы — Өфө — Черниковск), мазут үткәргесе — 1976 й. (Яңы Өфө НЭЗ‑ы — Өфө ТЭЦ‑2), кәрәсин үткәргесе 1980 й. (Яңы Өфө НЭЗ‑ы — Өфө аэропорты) файҙаланыуға тапшырылған. 90‑сы йй. аҙ. алып ҡасаба‑ара газ үткәргестәрен төҙөгәндә полиэтилен торбалар ҡулланыла, был Ү.т. хеҙмәт итеү ваҡытын һәм ҡороу тиҙлеген арттыра. Респ. һыу менән тәьмин итеү һәм канализация системалары өсөн пластмасса торбалар (“Башсантехмонтаж”), аэрокосмос техникаһы өсөн һығылмалы Ү.т. (“Гидравлика”), үткәргес торба арматураһы, насос һәм газ һурҙырыу агрегаттары (ӨМЭПБ), магистраль газ үткәргестәренең шарлы крандары өсөн электр приводтары (ӨПЭПБ) һ.б. сығарыла. Магистраль Ү.т. төҙөү, капиталь һәм авария ремонттары, файҙаланыуҙың ышаныслылығын арттырыу, технологик ҡорамалдарҙы уйлап сығарыу өлкәһендәге тикшеренеүҙәр Энергоресурстарҙы күсереү проблемалары институтында һәм Нефть техник университетында алып барыла.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019