Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БОЙЛЕР

Просмотров: 913

БОЙЛЕР (ингл. boiler — ҡаҙан, ҡайнатҡыс), электр энергияһы, йәки яғыулыҡ яныуы продукттары йылылығы йәки башҡа шыйыҡлыҡ, пар, газ йылылығы иҫәбенә пар йәки эҫе шыйыҡлыҡ алыу өсөн техник ҡоролма. Уларҙа файҙаланылыусы йылылыҡ алмаштырғыс элементтың төрөнә ҡарап торба тышлыҡлы һәм пластиналы Б. айыралар. Торба тышлыҡлы Б. йөрөштәре һаны (бер йәки күп йөрөшлө) һәм йылылыҡ алмаштырыусы мөхиттәр төрө (һыу—һыу, пар—һыу һ.б.), уларҙың бер-береһенә ҡарата хәрәкәт итеү йүнәлеше (тура ағымлы, кире ағымлы һ.б.), йылылыҡ тапшырыусы ҡоролмаларҙың тышлыҡ м‑н тоташыу урыны деталдәренең конструкцияһы (йөрөмәй торған йәки йөҙөп йөрөүсе торбалы рәшәткә м‑н), уларҙың йылылыҡтан киңәйеүен компенсациялау ысулы (йөрөп тороусы йәки беркетеп ҡуйылған коллекторлы һ.б.) б‑са кластарға бүләләр. Башҡортостанда Б. 1951 й. алып — “Салаватнефтемаш”, 1969 й. — “Уралтехнострой-Туймазыхиммаш”, 1996 й. алып “Прогресс” (Өфө) пр‑тиеларында сығарыла. 1994 й. башлап Авиация техник университетында уйлап табылған һыу—һыу тибындағы Б. (үҙенә оҡшаштарҙан габариты б‑са 2 тапҡырға бәләкәйерәк һәм 4 тапҡырға еңелерәк) “Компинтенс” ҒПП‑ла етештерелеп, БР-ҙың, РФ‑тың башҡа төбәктәренең һәм БДБ илдәренең коммуналь хужалыҡ пр‑тиеларында файҙаланыла.

Н.М.Цирельман

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: