Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙЫЛЫЛЫҠ АЛМАШТЫРЫУ АППАРАТТАРЫ

Просмотров: 1097

ЙЫЛЫЛЫҠ АЛМАШТЫРЫУ АППАРАТТАРЫ, нығыраҡ йылынған йылылыҡ биргестән аҙыраҡ йылынғанына йылылыҡ күсерә торған ҡоролмалар. Йылылыҡ биргестең төрө б‑са һауа‑, газ‑, шыйыҡлыҡ‑ һәм пар‑шыйыҡлыҡ, пар‑газ һәм газ‑һауа Й.а.а.; эшләү принцибы б‑са — регенератив (йылытыу майҙанының өҫтө сиратлап йылытыусы һәм йылытылыусы йылылыҡ биргес м‑н йыуыла), рекуператив (йылылыҡ биргестәр бер‑береһенән герметик рәүештә айырылған) һәм контактлы (эҫе һәм һалҡын йылылыҡ биргестәр ҡушыла) Й.а.а. айырыла. Төҙөлөшө б‑са әйләнеп тороусы матрицаһы һәм күсерелмәле каналдары булған регенераторҙарҙы, ҡаплама торбалы, пластинкалы, “торба эсендә торба” тибындағы рекуператорҙарҙы һ.б. айыралар. Рекуператив Й.а.а. (йылылыҡ алмаштырғыстар, йылытҡыстар, конденсаторҙар, парға әйләндергестәр, һыуытҡыстар һ.б.) киңерәк таралған. Й.а.а. химия һәм нефтехимия сәнәғәтендә, энергетикала, металлургияла, двигателдәр эшләүҙә һ.б. киң ҡулланыла. Башҡортостанда 20 б. 90‑сы йй. ӨДАТУ‑ла газ турбиналы двигателдең яныу камераһына бирер алдынан һауаны йылытыу өсөн торбалы һәм пластинкалы Й.а.а. (В.А.Трушин), ӨДНТУ‑ла резервуарҙарҙа ҡуйы нефть продукттарын йылытыу өсөн аралаш Й.а.а. (Ф.Ф.Абузова, В.В.Репин), технологик ағымдарҙың йылылығын утилләштереү өсөн термосифонлы Й.а.а. (Т.Ә.Баҡыев һ.б.) проектлау ваҡытында иҫәпләү методикаһы эшләнә. 60‑сы йй. уртаһынан Й.а.а. “Нефтехиммаш”, “Салаватнефтемаш”, “УралтехностройТуймазыхиммаш” пр‑тиелары һ.б. етештерә.

В.А.Трушин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019