Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“БАШХЛЕБОПРОДУКТ”, предприятие

Просмотров: 808

“БАШХЛЕБОПРОДУКТ”, ДУП. Иген әҙерләү, һаҡлау һәм эшкәртеүҙе, ярма, ҡатнаш мал аҙығы етештереүҙе һ.б. тормошҡа ашырған. Өфөлә урынлашҡан. 1957 й. Башҡ‑н респ. иген продукттары идаралығы булараҡ нигеҙ һалына, 1961 й. алып Башҡ‑н респ. әҙерләүҙәр идаралығы, 1965 й. — Башҡ‑н респ. иген продукттары һәм ҡатнаш мал аҙығы сәнәғәте б‑са идаралығы, 1970 й. — Башҡ‑н респ. иген продукттары идаралығы, 1988 й. — Башҡ‑н иген эшкәртеү һәм ҡабул итеү пр‑тиелары ПБ, 1991 й. — БАССР‑ҙың Әҙерләүҙәр министрлығы, 1993 й. — “Башкортостанхлебопродукт” дәүләт АЙ, 1997 й. — “Башхлебоптицепром” составында, 2000 й. — “Б.” ДУП‑ы. Составына Дәүләкән иген продукттары комбинаты №1, Стәрлетамаҡ иген продукттары комбинаты, Өфө иген продукттары комбинаты, 18 элеватор, 8 иген ҡабул итеү пр‑тиеһы, Башҡортостан биохимия комбинаты һ.б. ингән. 2000 й. 6945 кеше эшләгән; 1063 мең т иген әҙерләнгән; 266 мең т он, 23 мең т ярма, 171 мең т ҡатнаш мал аҙығы етештерелгән. Продукцияһы БР‑ҙа һатылған.

Р.И.Хәбибуллин

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019