Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОН ТАРТЫУ, ЯРМА ҺӘМ ҠАТНАШ МАЛ АҘЫҒЫ СӘНӘҒӘТЕ

Просмотров: 1359

ОН ТАРТЫУ, ЯРМА ҺӘМ ҠАТНАШ МАЛ АҘЫҒЫ СӘНӘҒӘТЕ, иген культуралары аҙығын әҙерләү, һаҡлау һәм эшкәртеү б‑са сәнәғәт тармағы. Он, ярма, ҡатнаш мал аҙығы, аҡһымлы-витаминлы өҫтәмәләр һ.б. эшләп сығара. 19 б. аҙ. Өфө губернаһында башлыса түбән сифатлы он тарттыра торған постав тибындағы кустар тирмәндәр эшләгән. 1890 й. төбәктә сәнәғәт үҫешен, ш. иҫ. он тартыу, ярма сәнәғәте үҫешен тиҙләткән Һамар-Златоуст тимер юлы сафҡа индерелә. Дәүләт банкыһы аҡсаһы иҫәбенә т. юлдары буйлап эре механизацияланған элеваторҙар төҙөлә. Бер нисә сортлы тауар оно етештергән механик тирмәндәр барлыҡҡа килә. 1905 й. Өфө губ. 3 он тартыу, ярма з‑ды, 11 ярма ярғыс машина һәм 11 тауар тибындағы он тартыу тирмәне була. 1918 й. элеваторҙар һәм эре тирмәндәр национализациялана. Элеваторҙарға контролде аҙыҡ-түлек ХК, 1924 й. алып СССР Дәүләт банкыһының Өфө элеваторҙар идаралығы тормошҡа ашыра. Тирмәндәр губерна он тартыу бүлеге ҡарамағында була. 1929 й. “Союзхлеб”тың Башҡ‑н контораһы, 1933 й. Башҡ‑н он тартыу тресы, 1957 й. Башҡ‑н иген продукттары идаралығы (1965 й. башлап Башҡ‑н иген продукттары һәм ҡатнаш мал аҙығы сәнәғәте идаралығы) ойошторола. Тәүге ҡатнаш мал аҙығы з‑дтары 20 б. 50‑се йй. төҙөлә. “Башкортостанхлебопродукт” (ҡара: “Башхлебопродукт”) дәүләт АЙ составына дөйөм етештереүсәнлеге 1 млн т булған (1995) 8 эре ҡатнаш мал аҙығы з‑ды ингән. Ҡатнаш мал аҙығы етештереү м‑н шулай уҡ “Баш‑ межхозкомбикорм” берекмәһе пр‑тиелары һәм күп кенә хужалыҡ иткән ҡатнаш мал аҙығы цехтары шөғөлләнгән (ҡара: табл.). 2004 й. тармаҡта яҡынса 40 эре пр‑тие, ш. иҫ. Дәүләкән иген продукттары комбинаты №1, Мәләүез элеваторы, Сибай эле‑ ваторы, һ.б. булған. БР сәнәғәт производствоһының дөйөм күләмендә тармаҡтың өлөшө 0,8% тәшкил итә. 2012 й. он тартыу, ярма сәнәғәте продукттары, крахмалдар һәм крахмаллы продукттар, хайуандар өсөн әҙер мал аҙығы етештереү м‑н 151 пр‑тие һәм терр‑я б‑са айырым бүлектәр шөғөлләнгән. Улар араһында иң эреләре: Өфө иген продукттары комбинаты, “Восход” Өфө икмәк берекмәһе. Эсемлектәр һәм тәмәкене индереп, аҙыҡ-түлек продукттары етештереүҙә тейәп ебәрелгән продукцияның күләме 6,4% тәшкил итә. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла. Белгестәр БДАУ‑ҙа, Механика‑технология аколледжында һ.б. әҙерләнә.

Ш.С.Сәйфуллин, И.И.Үтәшев

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

Башҡортостан Республикаһында он, ярма һәм ҡатнаш мал аҙығы етештереү, мең т

 

1991

1995

2000

2005

2010

2013

Он

765

626

358

153

124

131

Ярма

112

80

33

34

10

14

Ҡатнаш мал  аҙығы

856

906

207

245

265

331

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: